Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Апрель 2022, 14:45

Иран менән бәйләнеш нығый

Бөгөн  артабанғы  хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеү булды

Иран менән бәйләнеш нығый
Иран менән бәйләнеш нығый

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яңы яҙмаһы менән уртаҡлашты:

  • Һуңғы йылдарҙа беҙ Рәсәй Федерацияһынан ғына түгел, сит илдәрҙән дә әүҙем рәүештә партнерҙар эҙләйбеҙ. Был эш тәүге емештәрен бирә башланы. Белоруссияның   машиналар эшләү предприятиелары менән кооперациялар башлана, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәр менән сауҙа-мәҙәни мөнсәбәттәр үҫешә.

Бөгөн Мәскәүҙә Иран Ислам Республикаһы вице-президенты Сорена Саттари менән ентекле рәүештә артабанғы хеҙмәттәшлек перспективалары тураһында һөйләштек. Иран – Яҡын һәм Урта Көнсығыш  сигендә урынлашҡан ҙур дәүләт. Ҡырҡ йылдан ашыу санкция шарттарында булған был ил,  етди технологик һәм иҡтисади үҫеш  кисерә. Бында нефть табыу һәм нефть эшкәртеү айырыуса  яҡшы үҫешкән. Әлбиттә, Башҡортостан предприятиеларын   уртаҡ проекттар ҡыҙыҡһындыра. Ирандың аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм ауыл хужалығы тармағындағы  тәжрибәһе беҙҙең өсөн файҙалы буласаҡ. Иран беҙҙең республиканан иген һәм ит  алыуҙы күҙ уңында тота, шулай уҡ Башҡортостан биләмәһендә инвестпроекттар ҡыҙыҡһындыра.  

Иранда үҙебеҙҙең вәкиллекте булдырыу йүнәлешендә эш алып барабыҙ. Бизнес-миссиялар менән алмашыу тураһында ла килештек. Май уртаһында беҙҙең делегация Тегеранға  эре нефть-газ күргәҙмәһенә барасаҡ. Әйткәндәй, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт – Иран нефтенә тиҙҙән 115 йыл тула, ә Башҡорт нефте 90 йыллығын билдәләй. Беҙҙең тантаналы сараларҙа Ирандан вәкилдәр көтәбеҙ.

Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт  өлкәһендә лә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Кадрҙар әҙерләү һәм ғилми тикшеренеүҙәр йүнәлешендә лә уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ бар. Әле республика юғары уҡыу йорттарында Ирандан 53 студент белем ала. Уларҙың күпселеге буласаҡ медиктар.  

Барыһына ла был илдең  тарихын уҡырға тәҡдим итәм. Боронғо мәҙәниәт, һәйкәлдәр, көнсығыш әкиәттәре донъяһы иле ул. Беҙҙең туристар өсөн дә был йүнәлеш ҡыҙыҡлы булыр тип ышанам, бигерәк тә әгәр Өфө һәм Тегеран араһында тура авиабәйләнеш булдырһаҡ. Бындай пландарыбыҙ ҙа бар.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: