Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Апрель 2022, 09:30

Оят түгелме, Динә?

Уның өс балаһын аталары тәрбиәләй. Ә үҙе... 

Оят түгелме, Динә?
Оят түгелме, Динә?

Суд приставтары 27 йәшлек Динә Зөлҡәрнәеваны эҙләй. Ни өсөнмө? Ул үҙенең өс балаһына алимент түләмәй. Ғәҙәттә, бындай ғәмәл өсөн атайҙарҙы эҙәрлекләйҙәр, ә бында әсә кеше...

Уға ҡарата бәлиғ булмаған балаларын: ике ҡыҙын һәм улын аҫрауға аҡса түләтеү тураһында үтәтеү производствоһы асылған. Балаларҙың өсәүһен дә атаһы тәрбиәләй, әсәһе уларға финанс яҡтан ярҙам итмәй. Бурыслы ҡатын үҙе суд приставтары хеҙмәтенә килеүҙән баш тарта, оҙаҡ ваҡыт йәшенә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын Мәскәүҙә өйҙәш ир менән йәшәй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул TikTok-та видеояҙмалар төшөрөргә ярата.

Яҙмаларының береһендә ул үҙенең эсен күрһәткән һәм тағы ауырлы булыуына ишаралаған. Әле өс балаһы өсөн бурысы бер миллион һум самаһы тәшкил итә. Рәсми рәүештә Динә бер ҡайҙа ла эшләмәй.

Уның ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8 (961) 357-46-56, 8 (347) 273-56-40 телефондары буйынса Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығына хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

Их һин, Динә, тип әйтергә генә ҡала был кәкүк-әсәгә...

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: