Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы кадр тәғәйенләнеүе тураһында әйтте. Валентин Солодовник Башҡортостан Башлығының ватансылыҡ тәрбиәләү буйынса кәңәшсеһе тип тәғәйенләнде.
Был туралағы бойороҡҡа 25 апрелдә ҡул ҡуйылды.
- Уны бөтәгеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ. Ул – тәжрибәле, хәрби тәжрибәһе булған офицер, – тине Радий Хәбиров.
Валентин Николаевич Солодовник – майор, Өфөләге 3-сө разряд гарнизонының Хәрби комендатураһы коменданты, Сүриәләге хәрби хәрәкәттәр ветераны. Хәрби төркөм менән махсус бурыстар үтәгән.
Күптән түгел майор Валентин Солодовник Миңлеғәле Шайморатов исемендәге орден менән наградланғайны.
Фото: "Горобзор".