Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Апрель 2022, 22:00

Хәбәрсенең Луганскиҙа күргәндәре

“proural.info” сайты хәбәрсеһе Башҡортостандан оҙатылған гуманитар конвой менән бергә Луганскиға барған һәм унда кешеләрҙең нисек йәшәүе тураһында репортаж әҙерләгән.

Хәбәрсенең Луганскиҙа күргәндәре
Хәбәрсенең Луганскиҙа күргәндәре

"Беҙ күптән Донбассҡа ярҙам ҡулын һуҙҙыҡ һәм туҡтарға йыйынмайбыҙ. Өфөнән ЛНР-ға һәм ДНР-ға иҫәп буйынса бишенсе гуманитар конвой китте. Бөтәһе 600 тоннаға яҡын йөк, шул иҫәптән аҙыҡ-түлек, беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәр, төҙөлөш материалдары оҙаттыҡ – хәҙер улар бик кәрәк", - тигәйне Радий Хәбиров конвойҙы оҙатҡан саҡта.

Водителдәр һәм оҙатып йөрөүселәр менән бергә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Яков Кугубаев, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе башлығы Руслан Насретдинов һәм proural.info сайтының баш мөхәррире Линар Минһажев барған.

Луганск Халыҡ Республикаһына тиклем юл тыныс булған, республикаға Изваринала КПП аша үткәндәр. Бында фотоға төшөрөү тыйылған, тик хәбәрсе йөк машиналарын халыҡтың ҡул болғап оҙатып ҡалғанын хәтерҙә ҡалдырған.

Башҡа водителдәрҙең Башҡортостандан гуманитар конвойға мөнәсәбәте хайран ҡалдырған: беҙҙең фуралар тығыҙ колонна менән барған, тик берәү ҙә уларҙы уҙып китмәгән, ҡаршы килгәндәре туҡтап, юл биргән. Дөйөм алғанда, был республикала "мигалкалы" махсус хеҙмәттәр машинаһына ихтирам ҙур, шунда уҡ юл бирәләр һәм туҡтап ҡалалар.

Ҡала таҙа, тәрбиәләнгән булған. Урындағы кешеләр һуғыш эҙемтәләрен йәшереп бөтөргән тиерлек. Әммә барыбер ҡайһы бер биналарҙа пуля эҙҙәре, емереклектәр күренә. Һөйләүҙәренсә, бында 2014 йылда көслө хәрби хәрәкәттәр барған.

Әле иһә ҡаланы танырлыҡ түгел: бөтә ерҙә йәшел үлән үҫә, кешеләрҙең йөҙөндә - йылмайыу. Йөк машиналары туп-тура келәттәргә бара. Бында уларҙы көтөп торалар. Бөтә гуманитар ярҙам адрестар буйынса, аныҡ кешеләргә бүленгән. Улар хәрби хәрәкәттәрҙән зыян күргән. Йыш ҡына атыш башланған саҡта кешеләр өйҙәренән нимә кейгән, шуның менән сығып ҡасҡан.

– Был - Луганскиҙың Халыҡ советы келәттәре. Хәҙер депутаттарыбыҙ Рәсәй армияһы һәм беҙҙең егеттәребеҙ азат иткән биләмә буйлап күп йөрөй. Унда хәрби хәрәкәттәр зонаһынан эвакуацияланған кешеләргә айырым әйберҙәр, аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, һыу кәрәк. Депутаттар халыҡ менән осраша, исемлек төҙөй һәм һуңынан барыһын да килтерә, – тип һөйләгән парламент рәйесенең беренсе урынбаҫары Дмитрий Хорошилов.

Башҡортостандан аҙыҡ-түлек – макарон, бал, ярмалар, тушенка килтергәндәр. Иң ҡыҙығы шул – депутаттар белдереүенсә, ЛНР менән ДНР-ға гуманитар ярҙамды тик Рәсәй генә күрһәтә. Бер Европа иле лә бер тапҡыр ҙа аҙыҡ-түлек йәки медикаменттар ебәрмәгән.

Артабан Красный Луч ҡалаһына барып мәктәп директорына йәшелсә орлоҡтары тапшырғандар. 500 килограмдан ашыу орлоҡто республикаға тәүге тапҡыр йүнәлткәндәр. Был - “Берҙәм Рәсәй” партияһы проекты. Орлоҡтарҙы уҡыусыларҙың ата-әсәһенә таратасаҡтар.

Ҡала Украина ҡораллы көстәре һуғыштар алып барған ергә яҡын урынлашҡан. Әле физика, химия, биология уҡытыусылары алғы һыҙыҡта һәм махсус операцияла ҡатнаша.

– Һәр ғаиләлә тиерлек һуғышта һәләк булғандар бар. Минең бөтә яҡындарым Порошенкоға, айырыуса Зеленскийға нәфрәтле. Улар беҙҙе бер ҡасан да кешегә һанаманы, һигеҙ йыл буйына үҙебеҙҙе икенсе сортлы йән эйәләре кеүек тойҙоҡ. Владимир Путин Луганск һәм Донецк республикаларын таныуын әйткәс, бик шатландыҡ, иланыҡ. Хәҙер, Алла бойорһа, тиҙҙән рәсми рәүештә рәсәйле буласаҡбыҙ, – тип үҙ фекере менән уртаҡлашҡан мәктәп вахтеры Ирина Баранас.

Был һүҙҙәрҙе ҡала мэры Сергей Рыбальченко ла раҫлаған.

– Республикаларҙың танылыуын көтөүебеҙҙе, быны ниндәй шатлыҡ менән ҡабул итеүебеҙҙе белһәгеҙ! Барыһы ла һөйөндө. Рәсәй Президентына тәүәккәллеге өсөн ҙур рәхмәт, – тигән хакимиәт башлығы.

Сәфәр барышында Яков Кугубаев менән Руслан Насретдинов урындағы депутаттар менән осрашҡан. Улар артабан хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләрен тикшергән.

Һәләкәттәр медицинаһы клиникаһы филиалы, ҡала дауаханаһы сәфәрҙәренең һуңғы пункты булған, унда ЛНР-ҙың яралы яугирҙәре дауалана һәм реабилитация үтә.

– Әле беҙҙә 75 самаһы кеше ята – хәрби имгәнеүҙәргә дусар булғандар ҙа, хәрби позицияларҙа сирләгәндәр ҙә бар. Контузия алған яугирҙәр күп. Үкенескә күрә, беҙгә әлегә медикаменттар етешмәй. Гуманитар конвойҙар ярҙамында уларҙы алабыҙ, әммә күпме кәрәк, шунса түгел, – тип һөйләгән генераль директор урынбаҫары Демьян Степанович.

Бишенсе гуманитар конвойҙы оҙатҡанда Радий Хәбиров республиканың ЛНР-ға, ДНР-ға ебәргән барыһы ла - аҙыҡ-түлек, һыу, медикаменттар, төҙөлөш материалдары - уларға иҫән ҡалырға ғына түгел, ә еңергә лә ярҙам итәсәген айырым билдәләне.

Фото: proural.info

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: