Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Апрель 2022, 23:30

Нацизмға юл ҡуйырға ярамай

Өфөлә “Нацизмһыҙ донъя өсөн” халыҡ-ара конференцияһы уҙҙы.  

Нацизмға юл ҡуйырға ярамай
Нацизмға юл ҡуйырға ярамай

Бөгөн Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында “Нацизмһыҙ донъя өсөн” халыҡ-ара конференцияһы һәм Рәсәйҙең заманса тарихы дәүләт музейының “НАТО. Ҡанһыҙлыҡ хроникаһы” күргәҙмәһе уҙҙы. Саралар Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 77 йыллығын байрам итеүгә бағышланды.

Халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыусыларҙы республика Хөкүмәте исеменән тәбрикләп, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сығыш яһаны.

– Был сара Башҡортостандан, Беларусь Республикаһынан һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан тикшереүселәрҙе осраҡлы берләштермәне. Ул киҫкен темаға бағышланған – бөтә донъяны ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған нацизм идеологияһына. Икенсе донъя һуғышынан һуң нацизм темаһы юғалғандыр, был фажиғәле һабаҡ башҡаса ҡабатланмаҫ кеүек ине беҙгә. Әммә XXI быуатта Көнбайыш менән Рәсәйҙең геосәйәси ҡаршылыҡтары Украинала нацизмдың яңынан баш ҡалҡытыуына булышлыҡ итте һәм оҙаҡ йылдар дауамында ерҙә йәшәү хоҡуғы өсөн көрәшкәндәрҙе ҡыйратыу барҙы, тәү сиратта Донбасс халҡын. Әле Рәсәй хәрби көстәренең Украинала алып барған махсус операцияһы кешеләрҙең михнәттәренә сик ҡуйырға, нацистарҙың тәртипһеҙлектәрен туҡтатырға тейеш, – тине Әминә Шафиҡова.

Сарала шулай уҡ Рәсәй тарих йәмғиәтенең төбәктәге етәксеһе Марат Мәрҙәнов, Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе Рәмил Рәхимов, республиканың Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев, Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры Владимир Савичев, Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы доценты Алексей Целищев һәм башҡалар сығыш яһаны.

Беларусь Республикаһынан һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан да онлайн бәйләнешкә сығып, конференция эшендә әүҙем ҡатнаштылар.

(Конференция тураһында тулы мәғлүмәт “Башҡортостан” гәзитендә донъя күрәсәк).

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: