Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Апрель , 21:07

“Көнбайыш сәйәсмәндәре Европа һәм Рәсәй халҡын ҡаршы ҡуйырға маташа”

Кем асыҡларға теләй – ул дөрөҫлөктө күрә, тип иҫәпләй Башҡортостан политологы Владимир Савичев.

“Көнбайыш сәйәсмәндәре Европа һәм Рәсәй халҡын ҡаршы ҡуйырға маташа”
“Көнбайыш сәйәсмәндәре Европа һәм Рәсәй халҡын ҡаршы ҡуйырға маташа”

“Бөтөн донъяла кешеләр тыныс йәшәргә һәм иртәгәһе көнгә ышанырға теләй. Көнбайыш сәйәсмәндәр иһә Европала һәм Рәсәйҙә йәшәүселәрҙе ҡаршы ҡуйырға тырыша, – тип иҫәпләй политолог. – Украина властарының мәғлүмәт сәйәсәте ялғанға ҡоролған. Бер йәки ике тапҡыр алдарға мөмкин, ә һуңынан ышаныу булмаясаҡ. Шуға күрә һорау алыу һөҙөмтәләре шуны күрһәтте: халыҡ нәфрәт тулҡынын тыуҙырырға тырышҡан Украина властарына ышанмай. Һәм, киреһенсә, Рәсәйҙең төплө уйланылған позицияһы симпатия уята. Илебеҙ етәкселеге проблеманы һөйләшеүҙәр, дипломатия ярҙамында хәл итергә әҙер”.

Донъяның 27 илендә IPSOS халыҡ-ара социология хеҙмәте үткәргән һорау алыуҙар был илдәр граждандарының Украина биләмәһендәге низағта ҡатнашыу ихтималлығы менән абсолют килешмәүен күрһәтте. Мәҫәлән, һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 72 проценты үҙҙәренең иле хәрби ҡатнашыуҙан ҡасырға тейеш тип белдерҙе.

Һорау алыу үткәрелгән 27 илдең һәр береһендә граждандарҙың күпселеге хәрби йәлеп итеүгә ҡаршы сығыш яһай. Иң юғары күрһәткес Венгрияла (90%), Төркиәлә (86%), Сәғүд Ғәрәбстанында (82%), Израилдә һәм Малайзияла (81%).

Мәҫәлән, Германияла илдең хәрби конфликтта ҡатнашырға тейеш түгеллеге менән үҙ фекерен белдергән кешеләрҙең 76 проценты ризалаша, ә Америка Ҡушма Штаттарында, Бөйөк Британияла, Францияла – 65 проценты. Тимәк, сит илдәрҙә йәшәүселәрҙең күбеһе үҙ иленең Рәсәй менән низағта ҡатнашыуына ҡаршы сыға.

Пацифистарҙың иң аҙ һаны Канадала асыҡланған – хәрби ҡатнашыуға бында 56% ҡаршы сығыш яһай. Швецияла - 58 процент, Испанияла - 59 процент, Польшала - 61 процент, тип яҙа REGNUM агентлығы. Бынан тыш, һорау алыу үткәрелгән 27 ил граждандарының күбеһе, иҡтисади көрсөк уларҙың илдәренә Украинаға финанс ярҙамы ла күрһәтергә мөмкинлек бирмәй, тип иҫәпләй – һорау алыныусыларҙың 61 проценты ошо фекер менән ризалашҡан.

Һорауҙарға яуап биреүселәр үҙҙәренең илдәре һуғышта ҡатнашыуҙан ҡасырға тейешлеген белдерҙе. Көнбайышта Украинаға ҡорал килтереү менән ҡәнәғәт булмағандар күбәйә. Халыҡ Украина власының риторикаһына ышанмай.

Американың киң мәғлүмәт сараларында, Аҡ йорт граждандарҙың иғтибарын Америка Ҡушма Штаттарының эске мәсьәләләренән ситкә йүнәлтергә маташа, тигән фекер осрай. Һорау алыу һөҙөмтәләре лә быны раҫлай: күп кенә донъя лидерҙарының рейтингы түбәнәйә бара, Америка Ҡушма Штаттары президенты Джо Байден да ситтә ҡалмай.

Америка Ҡушма Штаттарында Джо Байденды хуплау кимәле 33 процентҡа тиклем төшкән. 2022 йылдың 13 апрелендә Quinnipiac University үткәргән һорау алыу мәғлүмәттәре шундай. Бер йыл элек Америка халҡының 48 проценты Байдендың эшмәкәрлеген хуплай ине.

Фото: gtrk.tv

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в