Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә яңы яҙма һәм видео менән уртаҡлашты.
“АҠШ һәм күпселек Европа дәүләттәре сәйәсәте тыуҙырған тышҡы ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙҙең Президент тотороҡлолоҡ һаҡлап килә; беҙ әлегәсә булған килешеүҙәр, шул иҫәптән финанс түләүҙәр буйынса барлыҡ бурыстарҙы үтәйбеҙ.
Әлеге мәлдәге хәл-торошҡа ҡарамайынса, беҙҙең партнерҙар өсөн шарттар элеккесә ҡала йәки яҡшыртыла. Шуға күрә илебеҙҙә Президентты хуплайҙар һәм хөрмәт итәләр; сит илдәрҙә лә күптәр уның менән һоҡлана һәм ихтирам белдерә.
Беҙҙең ҡарашты уртаҡлашҡан һәм санкция эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса бергә эшләгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Был Рәсәй Федерацияһы өсөн дә, теге йәки был кимәлдә әлеге процеста ҡатнашҡан илдәр өсөн дә файҙалы”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Сығанаҡ: Андрей Назаровтың Телеграм-каналы.