Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Апрель 2022, 11:15

Суд приставтары граждандарҙы ҡабул итте

Төп маҡсат – халыҡҡа башҡарма эштәр буйынса бурыстары һәм уны түләү алымдары тураһында мәғлүмәт биреү

Суд приставтары граждандарҙы ҡабул итте
Суд приставтары граждандарҙы ҡабул итте

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре “Бурыстарың тураһында бел” тип аталған Бөтә Рәсәй мәғлүмәт акцияһын үткәрҙе.

Төп маҡсат – граждандарға башҡарма эштәр буйынса бурыстары һәм уны түләү алымдары тураһында мәғлүмәт биреү.

Граждандарҙың һорауҙарына “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Д.А. Медведевтың Башҡортостан Республикаһындағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә - Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының башҡарма эште ойоштороу бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, эске хеҙмәттең өлкән лейтенанты Ирина Хәсәнова, Хоҡуҡ институтының Юридик клиникаһында Башҡортостан Республикаһының баш суд приставы ярҙамсыһы, эске хеҙмәт лейтенанты Андрей Савкин һәм Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе юристары яуап бирҙе.

Шулай уҡ суд приставтары Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренең 69 филиалында мөрәжәғәт итеүселәрҙе  ҡабул итеүҙәр ойошторҙо.

Фото: Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: