Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Апрель 2022, 15:00

“Тарих аҙағы һәм һуңғы кеше” нимә тураһында?

"Санкцияларға һәм Көнбайыш баҫымына ғына түгел, интеллектуаль конструкцияларға ла ҡаршы торорға тейешбеҙ".

“Тарих аҙағы һәм һуңғы кеше” нимә тураһында?
“Тарих аҙағы һәм һуңғы кеше” нимә тураһында?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“90-сы йылдар башында Фрэнсис Фукуяма тезистары, айырым алғанда, “Тарих аҙағы һәм һуңғы кеше” популяр ине. Хәҙер сығышы менән Япониянан булған Америка ғалимы һығымталарын ҡарау бигерәк ҡыҙыҡ.

1989 йылда уҡ “Тарих аҙағы?” мәҡәләһен яҙған. Тап шулай – һорау билдәһе менән. Төп идеяларҙы ул үрҙә әйтелгән китапта сағылдырған. Фукуяманың төп фекере кешелек йәмғиәтенә билдәле Советтар Союзының һәм тотош донъя социализм системаһының тарҡалыуы. Һәм, уға ярашлы, еңгән идеология һәм сәйәси система булараҡ либераль демократия осоро килә. Фукуяма өсөн “Тарих аҙағы” – Көнбайыштың һуңғы триумфы, уның ҡиммәттәре һәм йәшәү рәүеше. Философ дәүләттәр араһында башҡа ығы-зығы булмаҫ тип уйлаған, уныңса, либерализм хәрби характерҙа күренмәгән һәм бер социаль-иҡтисади торошло илдәр бер-береһе менән һуғышыу яҡлы түгел. Ул периферияла, “өсөнсө донъя” илдәрендә, бәхәстәр булыр тип күҙаллаған. Әммә улар тарихи әһәмиәткә эйә булмаясаҡ.

Әлбиттә, Фукуяма яҙған осорҙо иҫәпкә алырға кәрәк. Көнбайышта һалҡын һуғышта еңеүҙән эйфория булған, әммә ысынбарлыҡ ярайһы тиҙ генә идея проекттарын пыран-зыран килтергән. Тәнҡитселәр ыңғай уҡ Фукуяманың Көнсығыш, Ҡытай, ислам  мөмкинлектәрен инҡар итеүен билдәләгән. Бөгөн Рәсәйҙең АҠШ фарваторында, Көнбайыш Европа илдәре кеүек, эш итергә йыйынмауын күрәбеҙ. Беҙ - үҙ тарихи миссияһы булған уникаль цивилизация. Һуңында Фукуяма либераль доктринаның тарихи еңеүенә инанһа ла, үҙ хаталарын өлөшләтә таныған.

Әммә бөгөн мин ҡайһы бер идеологик фекерҙәрҙең алдан булыуын күрһәтер өсөн генә хәтерләмәнем: санкцияларға һәм Көнбайыш баҫымына ғына түгел, интеллектуаль конструкцияларға ла ҡаршы торорға тейешбеҙ. Уларҙың күбеһе Рәсәй өсөн лайыҡлы киләсәкте күрмәй. Альтернатива рәүешендә Рәсәй йәмәғәтселегенә күрһәтергә нәмә бар. Был хаҡта киләһе тапҡыр яҙырмын”.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: