Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Апрель 2022, 16:30

Закондарҙа ниндәй яңы үҙгәрештәр бар?

Быйыл апрель аҙағында һәм майҙа үҙ көсөнә ингән закондарға аңлатмалар әҙерләнде.

Закондарҙа ниндәй яңы үҙгәрештәр бар?
Закондарҙа ниндәй яңы үҙгәрештәр бар?

Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе быйыл апрель аҙағында һәм майҙа үҙ көсөнә ингән закондарға аңлатмалар әҙерләгән.

СССР һәм фашистик Германияның Икенсе донъя һуғышындағы ролен халыҡ алдында тиңләштереү өсөн (27 апрелдән) административ яза ҡаралған: граждандар өсөн – бер меңдән ике мең һумға тиклем штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу; вазифалы кешеләр өсөн – ике меңдән дүрт мең һумға тиклем штраф, ойошма-предприятиелар өсөн – 10 меңдән 50 мең һумға тиклем штраф. Әгәр ҙә хоҡуҡ боҙоу тағы ҡабатланһа, яза ҡатыланасаҡ.

Рәсәй ҡағыҙҙарын сит ил биржаларынан делистинг (ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы биржалағы әйләнештән алыу): 27 апрелдән – 5 майға тиклем компаниялар компаниялар сит ил майҙансыҡтарында депозитар распискаларҙы урынлаштырыу тураһындағы килешеүҙәрҙе өҙөргә һәм делистинг үткәрергә тейеш. Компанияның депозитар программаһын һаҡлап алып ҡалырға теләүселәр 5 майға тиклем ошондай үтенес менән Рәсәйҙең Финанс министрлығына, был ҡарарҙың мотлаҡ икәнлеген нигеҙләп, мөрәжәғәт итеү хоҡуғына эйә.

Инвалидлыҡ һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия алған балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙы көсәйтеү: быға тиклем инвалидлыҡ һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия алған үҫмерҙәр мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе буйынса эшкә урынлаштырылғанда пенсияға социаль түләүҙәрҙән азат ителгәйне. Яңы ҡағиҙә буйынса был түләү һаҡлана. Бынан тыш, уға төп белем биреү программалары буйынса көндөҙгө бүлектә белем алған йәштәр 23 йәше тулғанға тиклем хоҡуғы бар.

1 майҙан һигеҙ йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар өсөн яңы пособие: төбәктәге йәшәү минимумынан кәм булған уртаса йән башына килеме булған ғаиләләр һигеҙ йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар өсөн ай һайын бирелгән аҡсаны аласаҡ. 1 майҙан ғаризаны хеҙмәттәр порталында, тағы Рәсәй Пенсия фондында йәки күп функциялы үҙәктәрҙә ғариза яҙырға мөмкин. Аҡса апрель һәм май өсөн бер юлы биреләсәк. Пенсияның база күләме – төбәктәге балаға йәшәү минимумының 50 проценты. Уны алғас та ғаиләнең уртаса йән башына булған килеме түбәнге йәшәү минимумына етмәй икән, өҫтәмә түләүҙе 75 процентҡа тиклем арттырасаҡтар. Әгәр был түләүҙәр ҙә етмәһә, түләүҙәрҙе 100 процентҡа тиклем күбәйтәсәктәр.

Социаль түләүҙәрҙе тартып алыуҙан һаҡлайҙар (1 майҙан). Бер тапҡыр бирелгән түләүҙәрҙе һәм даими бирелгән социаль пособиеларҙы башҡарма производство барышында кредит өсөн түләүгә ҡаплай алмаясаҡтар. Заемға биреүсе риза булған осраҡта ғына был эшләнергә мөмкин. Аҙ килемлеләргә түләүҙәр ҙә шулай уҡ яҡланасаҡ. Әгәр кеше түләүҙе бурысты ҡаплауға тотонорға теләмәһә, ул 14 көн эсендә үҙ аҡсаһын кире ҡайтара ала. Иҫәптән алыу тыйылған социаль түләүҙәр исемлеге менән “Башҡарыу производствоһы тураһында”ғы закондың 101-се статьяһында тулыраҡ танышырға була.

Тиҙ түләүҙәр системалары өсөн сикләүҙәр аҙая (1 майҙан): был системалағы операция буйынса максималь күләм 600 мең һумдан бер миллион һумға тиклем арттырыла.

4 майҙан һанлы системаларҙы ойоштороу ябайлаштырыла. Санкциялар осоронда Хөкүмәт Рәсәйҙең юғары технологиялы сәнәғәт продукцияһын етештереү өсөн һанлы платформалар ойоштороуға дәүләт субсидияһы алған IT-компанияларына иҡтисадтың тотороҡлолоғон тәьмин итеү өсөн талаптарҙы йомшартты. Субсидиялар бирелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты ике йылға оҙайтылды. Программаны тәьмин итеүҙе эшләгән компаниялар ғәмәлдәге килешеүҙәр буйынса ташыуҙарҙы өҙгән өсөн штраф санкцияларынан азат ителеү мөмкинлегенә эйә.

17 майҙан йортто йәшәүселәр үҙҙәренең йортонда рекламаны тыя ала. Бина милекселәренең рекламаны йорттарына ҡуйыуға ризалығы булмаһа, урындағы властар йорттарға реклама ҡоролмаларҙы тыясаҡ. Был ризалыҡ Рәсәйҙең Торлаҡ кодексына ярашлы булырға тейеш. Килешеүҙе милекселәрҙең дөйөм йыйылышынан хоҡуҡлы кеше төҙөй ала.

26 майҙан Рәсәй Хөкүмәте контролгә алынған тауарҙар һәм технологиялар исемлеген экспорт контроле сиктәрендә раҫлаясаҡ. Был ғәмәлдәге процедураны оптимизациялау өсөн кәрәк.

Фото: zainsk-rt.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: