Бөтә яңылыҡтар

Байрам барыбер үтә!

Донецк, Горловка, Макеевка ҡалалары мэрияһы вәкилдәре хәбәр итеүенсә быйыл, һуңғы һигеҙ йылда беренсе тапҡыр, Республика көнө уңайынан күп кеше ҡатнашҡан саралар планлаштырылмай.

Байрам барыбер үтә!
Байрам барыбер үтә!

Быйыл Донецк Халыҡ Республикаһы беренсе тапҡыр Рәсәй тарафынан танылған суверенлы дәүләт статусында үҙ байрамын билдәләне. Был илдең граждандарын байрам менән Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡотланы. Хәрби ваҡыт шарттары сәбәпле бойондороҡһоҙлоҡтың һигеҙ йыллығы сикләүҙәр менән үтә. Быйыл улар Республика көнөн нисек билдәләгәне тураһаһында “Газеты.Ru” баҫмаһы материалында.

Владимир Путин ДХР башлығы Денис Пушилинға Республика көнө уңайынан ҡотлау ебәргән.

“Хөрмәтле Денис Владимирович, милли байрамығыҙ – Донецк Халыҡ Республикаһы көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ. Һигеҙ йыл элек ДХР халҡы дәүләт бойондороҡһоҙлоғон һайланы. Бөгөн беҙ республика граждандары үҙҙәренең быуатлыҡ мәҙәни һәм рухи йолаларына тура килтереп, ирекле һәм тыныс тормошҡа законлы хоҡуҡтарын туғандаш Рәсәй менән дуҫлыҡта тормошҡа ашыра алһын өсөн уртаҡ көрәш алып барабыҙ”, – тип яҙылған Президентыбыҙҙың ҡотлауында.

Владимир Путин дөйөм тырышлыҡ менән илдәр “бөтә ауырлыҡтарҙы үтер һәм еңеүгә өлгәшер” тип ышана.

ДХР башлығы Денис Пушилин ватандаштарын үҙенең Telegram-каналында ла ҡотлаған.

“Хөрмәтле яҡташтар! Ихлас күңелдән һеҙҙе Республика көнө менән ҡотлайым. Рус Донбассы танылған дәүләт статусында был тантананы айырым бер хис менән билдәләй. Ошо йылдар дауамында Украина режимынан азат ителеүен көткән кешеләр беҙҙең менән беренсе тапҡыр ҡурҡыуһыҙ байрам итә”, – тип яҙған ул.

Уның һүҙҙәренсә республика һигеҙ йыл эсендә бойондороҡһоҙлоҡ яулаған һәм тарихи дөрөҫлөк, рус рухының еңелмәҫлеге символына әйләнгән.

Пушилин фекеренсә, илде алда тыныс киләсәк көтә һәм Рәсәй ярҙамы менән улар емереклектәрҙе тергеҙәсәк һәм ерҙәрен яҡшыраҡ итәсәк.

ДХР-ҙың территориаль оборона штабы үткән аҙнала Украина ҡораллы көстәре яғынан атыу осраҡтары артыу сәбәпле кешеләр күп булған урындарға бармаҫҡа кәңәш иттеләр.

Донецк, Горловка, Макеевка ҡалалары мэрияһы вәкилдәре хәбәр итеүенсә быйыл, һуңғы һигеҙ йылда беренсе тапҡыр, Республика көнө уңайынан күп кеше ҡатнашҡан саралар планлаштырылмай. Быға тиклем ҡалаларҙа 11 майҙа митингтар һәм йөрөштәр ойошторолған булған. Былтыр ғына ДХР баш ҡалаһы урамдары буйлап 50 мең самаһы кеше үткән. Ул саҡта үҙәк парктарҙа йәрминкәләр, аттракциондар эшләгән, концерттар булған.

Шулай булһа ла, ҡалалар һәм ҡасабалар ДХР менән Рәсәй флагтарын ҡуйған, ҡотлау баннерҙарын ойошторған. Ә хәрби хәрәкәттәр барған ерҙән алыҫыраҡ урынлашҡан ҡалаларҙа сикләүҙәр менән булһа ла байрам саралары үтәсәк. Мәҫәлән, Шахтерск ҡалаһында ДХР-ҙәң беренсе һайланған башлығы Александр Захарченкоға арнап бюст һәм “Донецк Халыҡ Республикаһы” стелаһы асыласаҡ.

Фото: Валентин Спринчак/ТАСС

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: