Бөтә яңылыҡтар

Депутаттар - төп ярҙамсылар

Республика етәкселеге уларға таяна һәм федераль аҡса йәлеп итеүҙә ярҙамдарына өмөтләнә. 

Депутаттар - төп ярҙамсылар
Депутаттар - төп ярҙамсылар

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Федераль Йыйылышында төбәгебеҙҙе тәҡдим иткән Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты.

Радий Хәбиров сәләмләү һүҙендә осрашыуҙың маҡсаты тураһында әйтте: дөйөм эште бергә алып барыу һәм артабанғы эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен билдәләү.

– Беҙҙең “Башҡортостан фракцияһы” – бик ойошҡан һәм көслө. Мин һеҙҙең эшегеҙҙең мәғәнәһен һәм әһәмиәтен яҡшы аңлайым. Үҙем ошо тармаҡта туғыҙ йыл эшләнем һәм дәүләт өсөн ни тиклем мөһимлеген аңлайым. Һеҙҙең төп бурыс – Рәсәй Федерацияһы сәйәси системаһының, илебеҙҙең ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоғон тәьмин итеү, Президентыбыҙ һәм Хөкүмәт башланғыстарына ярҙам итеү, – тине Радий Хәбиров. – Икенсенән, һеҙ “башфракция” булғас, беҙ һеҙҙән республикабыҙҙы үҫтереү өсөн ҙур ярҙам алырға теләйбеҙ. Был йәһәттән һәр ҡайһығыҙҙың үҙ мөмкинлектәре. Әммә һәр кем эшләй һәм ярҙам итергә тырыша. Мәҫәлән, быйыл республика мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау өсөн 2,9 миллиард һум алды. Был беҙҙең Президентыбыҙ Владимир Путиндың программаһы. Тик әгәр беҙ ғаризалар биреү кампанияһын насар үткәрһәк, был тиклем аҡса алмаҫ инек.

Радий Фәрит улы уларҙың һәр береһенә эше өсөн рәхмәт әйтте һәм дәғүәләре булмауын белдерҙе. Шулай уҡ республикаға үҙ линиялары буйынса ҡыҙыҡлы ваҡиғалар килтереүҙе һораны. “Беҙ теләһә ниндәй кимәлдә лә саралар ойошторорға һәм үткәрергә әҙербеҙ”, – тине ул.

Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов республиканың төп социаль-иҡтисади проекттарын тормошҡа ашырыуға федераль финанслау килтереү тураһында һөйләне.

2022 йылға республика федераль финанслашыу өсөн 46,6 миллиард һумға 97 заявка әҙерләгән. Уларҙың 33,8 миллиард һумлыҡ 78-ен раҫлағандар ҙа. Ҡалғандары әле тикшерелә.

Рөстәм Моратов белдереүенсә, 2023 йыл буйынса ла эш бара, әленән 8,3 миллиард һум йәлеп итеү өсөн 11 ғариза ебәрелгән. Бөгөндән 357 миллион һумлыҡ ике заявка хупланған.

Республиканы төрлө яҡлап үҫтереү өсөн был эште артабан да ныҡлы дауам итергә кәрәк. Бында иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында кластерҙар булдырыу, Көньяҡ Уралды комплекслы үҫтереү, Евразия иҡтисади үҙәге проекты һәм башҡалар инә. Беренсе вице-премьер белдереүенсә, был эштәрҙең бөтәһендә лә Дәүләт Думаһы депутаттары етди булышлыҡ итә ала.

– Һәр вице-премьер йәки министр уның сенатор йәки депутат йөҙөндә ышаныслы партнеры барлығын аңларға тейеш, – тине быға Радий Хәбиров. – Мәҫәлән, Евразия ғилми-белем биреү үҙәген үҫтереү өсөн Лилиә Ғүмәрова яуаплы. Ирек Ялалов күпер ҡоролмалары проекттары менән шөғөлләнә, ә спортты үҫтереү йәһәтенән Рима Баталова ярҙам итә. Башҡа йүнәлештәр буйынса ла яуаплы депутаттар булдырырға тәҡдим итәм.

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев федераль кимәлдә булышлыҡ талап ителгән инфраструктура проекттары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, төҙөлөш материалдарына хаҡтар артыу сәбәпле, ҡайһы бер юл объекттары проекттарын тормошҡа ашырыуҙың дөйөм хаҡын үҙгәрткәндәр.

Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин транспорт проекттарына аҡса һалыу күләмен арттырыу өсөн бер нисә тапҡыр Федераль юл агентлығына мөрәжәғәт итеүе тураһында әйтте. Ҡайһы бер проекттар буйынса дөйөм эш башланған да, тине депутат.

Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов быйыл агросәнәғәт комплексына 6,4 миллиард һумлыҡ федераль аҡса йәлеп итергә планлаштырыуҙары тураһында һөйләне. Был милли проекттар һәм дәүләт программалары буйынса ярҙам, шулай уҡ банк кредиттарын һәм лизинг түләүҙәрен ҡаплау өсөн субсидиялар.

Ғинуар-апрелдә аграрийҙар 3,4 миллиард һумға 1 мең ауыл хужалығы техникаһы алған. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, йыл аҙағына тиклем федераль аҡса йәлеп итеү буйынса эштәр дауам итәсәк. Бында мелиорация, агротуризм йүнәлештәре бар, шулай уҡ ауыл ипотекаһы буйынса республика илдә алдынғылар рәтендә.

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы менән хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәле булыуын билдәләне. Ошо сәбәпле Башҡортостандың агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә күп кенә аҡса йәлеп итеп булған. Экология буйынса ла эштәр һөҙөмтә бирә.

Беренсе вице-премьер Азат Бадранов мәғриф һәм мәҙәниәт тармаҡтарына федераль аҡса йәлеп итеү пландары тураһында һөйләне. 2022-2026 йылдарға заявка кампанияһын уңышлы башҡарған өсөн республиканың 365 мәктәбенә капиталь ремонт эшләнәсәк. Алдағы ике йылда 9,9 миллиард һумға 198 мәктәп ремонтланасаҡ.

Уның белдереүенсә, республика быйыл “Профессионалитет” федераль проекты сиктәрендә “Машиналар төҙөү” тармағы буйынса кластер булдырыуға конкурс һайлап алыуы үткән. Тармаҡҡа кадрҙар әҙерләү өсөн 100 миллион һум федераль субсидия алынған. Артабан да уңыштарға өлгәшеү өсөн депутаттар ярҙамы кәрәк тине ул.

– Был бик яҡшы хәл. Беҙ мәктәптәрҙе ремонтлау өсөн 9,9 миллиард һум алдыҡ, ғүмерҙә былай булғаны юҡ ине, – тине Радий Хәбиров. – Уҡыусыларыбыҙ олимпиадаларҙа ла әүҙемләште. Өс йыл элек унда ҡатнашыусылар һаны буйынса илдә 35-се урында инек, әле тәүге унау иҫәбендәбеҙ.

Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева белдереүенсә, “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән берлектә һаулыҡ һаҡлауға ярҙам мәсьәләләре тикшерелә.

– “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республикала бик күп эш башҡарыла – яңы дауаханалар, ФАП-тар төҙөлә. Эш әүҙем бара, – тине ул.

Һуңғы йылдарҙа спорт өлкәһе лә федераль үҙәктән ҙур ғына ярҙам ала.

– Әгәр 2015-2017 йылдарҙа республика федераль бюджеттан яңы спорт объекттары төҙөү өсөн 200 миллион һум аҡса алһа, 2018 йылдан 2021 йылға тиклем – 2,8 миллиард һум, – тине республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.

Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова белдереүенсә, Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына спорт объекттары төҙөү өсөн өҫтәмә финанслау мәсьәләһе ҡарала.

Осрашыу һуңында Радий Хәбиров депутаттар корпусына уртаҡ эшмәкәрлек өсөн рәхмәт әйтте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: