Бөтә яңылыҡтар

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары ҡулға алынған

Был ауыр енәйәт асыҡланған көндә үк...

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары ҡулға алынған
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары ҡулға алынған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәләүез районы буйынса бүлегендәге иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре оператив-эҙләү эштәре барышында шуны асыҡлай: район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары төҙөлөш ойошмаһынан ике миллион һум күләмендә аҡса талап иткән.

Артабан Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы һәм Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре алынған оператив мәғлүмәттең тормошҡа ашырылыуын күҙәтә.

Мәғлүм булыуынса, район хакимиәте етем балаларға торлаҡ бүлеү программаһы буйынса төҙөүсене билдәләүгә аукцион үткәрә. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт билдәләнә, уның менән туғыҙ фатир төҙөүгә муниципаль контракт төҙөлә. Артабан йәмғиәттән тағы ла инвалид өсөн бер фатир алыуға килешеү төҙөргә тейеш булалар. Әммә, комиссияның фатирҙы ҡабул итеү актына ҡаршылыҡһыҙ ҡул ҡуйыуын тәьмин итеү өсөн, район хакимиәте башлығы урынбаҫары төҙөлөш фирмаһынан ике миллион һум аҡса талап итә.

13 майҙа яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең офисында ришүәт алыусының 34 йәшлек аралашсыһы аҡсаны алған саҡта тотола. Шул уҡ көндә Мәләүез районы хакимиәте башлығы урынбаҫарын да ҡулға алалар.  

Материалдар Рәсәй Тәфтиш комитетының территориаль бүлексәһенә тапшырылған, Енәйәт кодексының 190-сы статьяһындағы 6-сы өлөш буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү дауам итә.

Текст һәм фото сығанағы: Башҡортостан буйынса Эске эштәр идаралығының социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары ҡулға алынған
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары ҡулға алынған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: