Бөтә яңылыҡтар

Көньяҡ Осетия Рәсәйгә ҡушылырға теләй

Был мәсьәләне хәл итәсәк бөтә халыҡ референдумы үтер көн билдәләнде.

Көньяҡ Осетия Рәсәйгә ҡушылырға теләй
Көньяҡ Осетия Рәсәйгә ҡушылырға теләй

Көньяҡ Осетия Президенты Анатолий Бибилов республиканы Рәсәйгә ҡушыу мәсьәләһе буйынса референдум үткәреү көнөн билдәләне. Ошо хаҡта указ республика етәксеһенең порталында 13 майҙа донъя күрҙе.

“Референдумды үткәреү көнөн 2022 йылдың 17 июленә билдәләргә”, тиелә указда. Документ ҡул ҡуйған көндән ғәмәлгә инде.

Анатолий Бибилов был хаҡта алдараҡ “Көньяҡ Осетия үҙенең тарихи тыуған иле составына ҡайтырға тейеш” тип белдергәйне. Шул саҡта уҡ ул президент һайлауы үткәс, власть тейешле хоҡуҡи ҡарарҙар ҡабул итәсәген әйтте.

Көньяҡ Осетия 1922 йылда административ берәмек итеп төҙөлә. Грузия ССР-ы составына ингән автономлы өлкә шулай аталған. 1924 йылда РСФСР-ҙа Төньяҡ Осетия автономиялы өлкә төҙөлә, әле – Рәсәй Федерацияһы составындағы Төньяҡ Осетия-Алания. 1991 йылда Цхинвал Грузиянан бойондороҡһоҙ булыуы тураһында белдерә.

2008 йылда Грузия менән хәрби низағ килеп тыуғас, Рәсәй Көньяҡ Осетияның суверенитетын таный. Мәскәү һәм Цхинвал интеграция тураһында килешеү төҙөй. Республиканың бойондороҡһоҙлоғон Сүриә, Венесуэла, Науру һәм Никарагуа кеүек илдәр ҙә таный.

Фото region15.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: