Бөтә яңылыҡтар

Нацизмды үҙебеҙ туҡтатмаһаҡ...

“Был фажиғәле һабаҡ башҡаса ҡабатланмаҫ кеүек ине беҙгә”

Бөйөк Еңеүҙең 77-се яҙын ҡаршыланыҡ. Донъяла башҡаса фашизм булмаҫ кеүек ине, әммә ете тиҫтә йылдан һуң ул тағы ла башын ҡалҡытты. 2014 йылдың 2 майында Одесса ҡалаһында Украинала дәүләт ҡоролошон боҙоуға ҡаршы сығыш яһаған тыныс халыҡты ҡурҡытыу өсөн Профсоюздар йортона 48 кешене индереп яндыралар. Ҡасырға теләгәндәрҙе шунда уҡ үлтерәләр. Был 1943 йылда Белоруссиялағы Хатынь ваҡиғаһының ҡабатланыуы булды.

Одессалағы фажиғәне бөтә донъя күҙәтте, әммә “цивилизациялы” Көн­ба­йыш бер ниндәй ҙә сара күрмәне. Әгәр шул мәлдә фашизмдың асыҡ сағылышына ҡаршы бөтә илдәр ҡаршы сыҡһа, бөгөнгө Украиналағы хәлдәр ҙә булмаҫ ине. Шул мәлдән алып Украинала неонацистар ҡотора. Илебеҙгә хәүеф тыуғас, Рәсәй Украинала махсус хәрби операция баш­лар­ға мәжбүр булды. Дуҫ яуҙа һына­ла, ти халыҡ әйтеме. Илебеҙ өсөн яуаплы, ауыр мәлдә Беларусь Рес­пуб­ликаһы үҙенең дуҫлығын иҫбат итте һәм Рәсәй менән бергә ҡалды.

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында ойошторолған “Нацизмһыҙ донъя өсөн” халыҡ-ара конфе­ренцияһы һәм Рәсәйҙең хәҙерге заман тарихы дәүләт музейының “НАТО. Ҡанһыҙлыҡ хроникаһы” күргәҙмәһе нацизмдың, фашизмдың кешелек өсөн ҙур хәүеф тыу­ҙырыуына арналды. Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыл­лығын байрам итеү айҡанлы ойошторолдо.

– Был сара Башҡортостандан, Беларусь Республикаһынан һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан тикшереүселәрҙе осраҡлы ғына берләштермәне. Ул киҫкен темаға – бөтә донъяны хәүеф аҫтына ҡуйған нацизм идеологияһына арналды. Икенсе донъя һуғышынан һуң нацизм мәсьәләһе юғалғандыр, был фажи­ғәле һабаҡ башҡаса ҡабатланмаҫ кеүек тойола ине беҙгә. Әммә XXI быуатта Көнбайыш менән Рәсәйҙең геосәйәси ҡаршылыҡтары Украинала нацизмдың яңынан баш ҡалҡы­тыуына булышлыҡ итте һәм оҙаҡ йылдар дауамында ерҙә йәшәү хоҡуғы өсөн көрәшкәндәрҙе ҡыйра­тыу кампанияһы барҙы, тәү сиратта – Донбасс халҡын. Әле Рәсәй Хәрби көстәренең Украинала алып барған махсус операцияһы кешеләрҙең михнәттәренә сик ҡуйырға, нацис­тарҙың енәйәттәрен туҡтатырға тейеш, – тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафи­ҡова, Халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыусыларҙы республика Хөкү­мәте исеменән тәбрикләп.

Мәҙәниәт министры сығышында Донбасстың Башҡортостан өсөн айырыуса әһәмиәткә эйә булыуын да билдәләне. 1943 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Донбассты азат итә, ошо ерҙә уға 16-сы гвардия исеме бирелә. Бында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм күп кенә яҡташтарыбыҙ һәләк була, Донбасс халҡы улар тураһындағы хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Бөгөн унда гуманитар конвойҙар килә, табиптар эшләй, ҡасаҡтарға ярҙам күрһәтәләр, берҙәм мәҙәни проекттар эшләнә.

Беларусь Республикаһынан һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан да онлайн-бәйләнешкә сығып, конференция эшендә әүҙем ҡатнаштылар.

– Беларусь – беҙҙең тарихтың фажиғәле ваҡиғаларына тере һәйкәл. Халыҡтарыбыҙҙың, ата-бабаларҙың тупланыуы һөҙөмтәһендә фашист ғәскәрен урынына ултыртыуға өлгә­шелә, – тип билдәләне видеобәй­ләнештән кәңәшмәгә ҡушылған “Беларусь руспублика йәштәр берлеге” йәмәғәт ойошмаһы үҙәк комитетының беренсе секретары Алексей Лукьянов.

Алексей Лукьянов хәбәр итеүенсә, 2 апрелдә Брест ҡәлғәһендә Беларусь Республика йәштәр ойошмаһы берлеге “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Йәштәр гвардияһы” менән үҙ-ара хеҙмәттәш­лек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Лукьянов конференцияла ҡатнашыу­сы­ларҙы “Һанлы йондоҙ” порталы картаһында төбәктең иҫтәлекле урындарын билдәләргә саҡырҙы.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Донецк идаралығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы проректоры Роман Ободец һәм Рәсәй та­рих йәмғиәтенең төбәктәге етәксе­һе Марат Мәрҙәнов тәбрикләне.  

Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы доценты Алексей Целищев “Нацис­тарҙың көнсығыш киңлекте колонизациялау планы” тигән темаға доклад менән сығыш яһаны. Республиканың Хәрби Дан музейы директоры, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте төбәк бүлегенең башҡарма директоры Илшат Үтәев Федераль Именлек хеҙ­мәтенең Башҡортостан Рес­публикаһы буйынса идаралығы яңыраҡ асылған элекке йәшерен документтар нигеҙендә әҙерләнгән “Белоруссияла нацистар енәйәте” доклады менән таныштырҙы.

Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры Владимир Савичев сығышында ХХ быуаттың 30-сы йылдарында Германиялағы нацизм менән XXI быуат башындағы Украиналағы нацизм араһындағы уртаҡлыҡтарға туҡталды.

Беларусь Республикаһынан “Белая Русь” республика йәмәғәт берләшмәһе рәйесе урынбаҫары Александр Шатько үҫеп килгән быуынды балалар баҡсаһынан дөрөҫ тәрбиәләүҙең мөһимлеген билдә­ләне.

– Уҡыу әсбаптарын, программаны яңынан ҡарап сығырға, иҫтәлекле урындарҙы, кешеләрҙе, ата-бабалар һәләк булған урындарҙы күрһәтергә кәрәк. Бәйләнеш системалы булырға тейеш, даими һәм күҙмә-күҙ осрашыу мөһим, – тип билдәләне ул.

Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Донецк идаралығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының кафедра мөдире Марина Балко Донбасстың зыялы кешеләре нацизмһыҙ донъя өсөн көрәшеүе тураһында һөйләне.

Конференцияла Башҡорт дәүләт университетының тарих һәм дәүләт идаралығы институты кафедраһы мөдире, тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рәхимовтың сығышы нацизм символикаһы тураһында булды. Ул бындай осрашыуҙарҙы йәштәр араһында ойошторорға кәрәклеге тураһында ла билдәләне.

Рәсәйҙең хәҙерге заман тарихы дәүләт музейының Рәсәй Оборона министрлығы менән берлектә әҙер­ләгән “НАТО. Ҡанһыҙлыҡ хроникаһы” күргәҙмәһендә НАТО-ның 1990 йылдарҙа – Балҡан, 2000 йылдарҙа Ираҡ һәм Афғанстан һуғыштарында ҡатнашыуын, 2010 йылда Сирия бәхәсендә, шулай уҡ әле Украина менән хеҙмәттәшлеген сағылдырған материалдар күрһәтелә. Был проект өҫтөндә Рәсәй ғалимдары, алдынғы музейҙар, архивтар һәм мәғлүмәт агентлыҡтары эшләгән.

Был сара йәштәрҙе “Нацизмһыҙ донъя” фекеренә йәлеп итеү, үҫеп килгән быуында неонацизм, ксенофобия идеологияларын инҡар итеү принциптарын булдырыу маҡса­тында уҙғарылды.

Халыҡ-ара конференцияны Баш­ҡортос­тандың Мәҙәниәт министр­лығы, Башҡортостан Республика­һының стратегик тикшеренеүҙәр инс­титуты, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Рәсәй тарих йәмғиә­тенең Башҡортостан Республика­һындағы бүлеге, Рәсәй хәрби-тарих йәмғиәтенең төбәк бүлеге ойошторҙо.

 Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: