Бөтә яңылыҡтар

Суд эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре бар

Рәсәй Юғары судына – 100 йыл.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин, закондарҙың өҫтөнлөгөн, тәртипте, граждандарҙың хоҡуғын һәм азатлығын тәьмин итеүҙә Рәсәй Федерацияһының суд системаһының мөһимлеген билдәләп, “Рәсәй Юғары судына – 100 йыл” юбилей миҙалын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Әйткәндәй, Рәсәй Юғары судының 100 йыллығы айҡанлы саралар даими үтеп тора. Өфөлә “Хоҡуҡты ҡулланыу берлеге өсөн Рәсәй Федерацияһының Юғары судының суд практикаһы әһәмиәте” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.

“Түңәрәк өҫтәл”дә Рәсәй Фе­дерацияһының Юғары суды судьяһы Сергей Асташов, Башҡортостан Республикаһының Юғары суды Рәйесе вазифаһын башҡарыусы Иван Семенов, республиканың Судьялар советы рәйесе Татьяна Писарева, Арбитраж суд рәйесе ва­зифаһын башҡарыусы Николай Архиереев, Бөтә Рәсәй “Рәсәй судьялар берлеге” йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе Азат Ғизәтуллин, Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле, республика Юғары судының административ эштәр буйынса суд коллегияһы етәксеһе Булат Мә­сәғүтов, Суд департаменты ида­ралығы начальнигы Фәрит Фазылов, Юғары суд судьялары ҡатнашты.

“Судья” журналының баш мө­хәррире урынбаҫары Елена Поворова һәм республиканың Судьялар советы рәйесе Татьяна Писарева “түңәрәк өҫтәл” модераторҙары булды. Татьяна Геннадьевна, “түңәрәк өҫтәл” янында әйтелгән тәҡдимдәр хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһен булдырыуға һөҙөмтәле һәм сифатлы йоғонто яһар, тигән ышаныс белдерҙе.

Ултырышта ҡатнашыусыларҙы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм республика буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов тәбрикләне. Улар суд йәмәғәтселеген күренекле юбилей менән ҡотланы һәм хөкөм эше майҙанында уңыштар теләне.

Башҡортостан Юғары суды Рәйесе вазифаһын башҡарған Иван Семенов билдәләүенсә, Өфө күре­некле форум үткәреү урыны итеп юҡҡа ғына һайланмаған. Баш­ҡортостан Юғары суды һәр ваҡыт алдынғы фекерҙәрҙе үҙенең, шулай уҡ республиканың район һәм мировой судтарының эшмәкәрлегенә индереүҙә лә ойоштороусы булып тора.

Илебеҙҙең Юғары суд инстан­цияһы судьяһы Сергей Асташов суд эшен ойоштороуҙа Рәсәй Феде­рацияһының Юғары судының тотҡан урыны тураһында һөйләне.

Дөйөм юрисдикциялағы Икенсе кассация судының енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһының бишенсе суд составы рәйесе Елена Васильева Рәсәй Федерацияһының Юғары судының суд тәжрибәһен булдырыуҙа Рәсәй Федерацияһының Конституция судының хоҡуҡи фекеренең тотҡан урыны тураһында сығыш яһаны. Ә бына Рәсәй Дәүләт Думаһы Аппаратының Хоҡуҡ ида­ралығы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Воронин һайлау комис­сияларының хоҡуҡи норматив акт­тарын баҫыу тәртибен күҙәтеүҙе электораль өлкәләге суд нормо­контролендә мотлаҡ критерий итеп күҙәтеү мәсьәләһенә туҡталды.

Башҡортостан Юғары суды судьяһы Лилиә Байкова Рәсәй Юғары судының суд тәжрибәһенә күҙәтеү һәм аңлатма әҙерләгәндә субъекттар судтарының фәнни-аналитик эшмә­кәрлегенең урыны тураһында һөй­ләне. Абруйлы ҡунаҡтар араһында юридик уҡыу йорттарынан академиктар һәм ғалим-уҡытыусылар ҙа бар ине.

Сарала Рәсәй Федерацияһының Юғары суды Пленумы ҡарарҙа­ры­ның судта ҡулланыу мәсьәлә­ләренә бәйле һорауҙар, суд тәжрибәһен дөйөмләштереүҙә һәм система­лаштырыуҙа техник саралар ҡулла­ныу, хөкөм ҡарары сығарған саҡтағы суд аңлатмалары мәсьәләләре ҡаралды.

Ултырышта Рәсәй Федерация­һының Юғары суды судьяһы Сергей Асташовҡа һәм “Судья” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Елена Повороваға судьялар Советының “Башҡортостан Республикаһының Юғары судына – 100 йыл” юбилей миҙалы тапшырылды.

Сергей АСТАШОВ, Рәсәйҙең Юғары суды судьяһы:

 

– Рәсәйҙең Юғары суды ойошторолоуға йөҙ йыл тулыуға арналған сараның ғәмәли әһә­миәте баһалап бөткөһөҙ, сөнки хоҡуҡты ҡулланыу берҙәмлеген тәьмин итеү темаһы һәр ваҡыт көнүҙәк. Суд сығарған ҡарар процеста ҡатнашыусыларға ғына ҡағылмай, ул гражданлыҡ, административ, енәйәт хоҡуғында ла хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе көйләргә ярҙам итә.

 

Татьяна Писарева, Башҡортостандың Судьялар советы рәйесе:

 

– Бөгөн ҡануниәткә даими үҙгә­рештәр индерелә. Ҡайһы бер норма­ларҙың хоҡуҡты ҡулланыу­сылар өсөн дә аңлашылмауы ихтимал, шуға күрә Рәсәйҙең Юғары суды алып барған аңлатыу эш­тәре, ҡарарҙар сығарыу тәжри­бәһе судтар өсөн ҙәр ғәмәли әһә­миәткә эйә, хаталарҙан аралай.

 Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: