Бөтә яңылыҡтар

Вован менән Лексус Джордж Буш менән һөйләшкән

“Рәсәй менән килешеп булыр тип уйлағайным..." ти Буш.

Вован менән Лексус Джордж Буш менән һөйләшкән
Вован менән Лексус Джордж Буш менән һөйләшкән

Рәсәй пранкерҙары Владимир Кузнецов (Вован) менән Алексей Столяров (Лексус) Rutube каналында АҠШ-тың 43-сө президенты кесе Джордж Буш менән һөйләшеүҙәренән өҙөктө ҡуйған. “Яңы офоҡтар” марафоны барышында улар был һөйләшеүҙе тулыһынса тәҡдим итмәксе.

Мәғлүм булыуынса, кесе Джордж Буш 2001 – 2009 йылдарҙа Америка дәүләте башлығы булғайны.

Видеояҙмала Буштың геосәйәси хәлгә ҡағылған ике цитатаһы бирелә. “Украинаны НАТО-ға алыуҙарын теләйем” һәм “Рәсәй менән килешеп булыр тип уйлағайным, ләкин Путин кинәт үҙгәрҙе”, ти ул.

АҠШ-тың элекке президенты һөйләшеү башланыр алдынан: “Вован менән Лексусҡа дан! Йәһәтерәк улар менән тоташтырығыҙ!” ти. Джордж Буштың мөрәжәғәтендә йәнә “Һеҙҙең миссияғыҙ – Рәсәй ғәскәрен мөмкин тиклем күберәк ҡыйратыу”, тигән һүҙҙәр ҙә бар. Иң һуңынан Буш пранкерҙарға: “Һеҙҙең менән ғорурланам!” ти һәм уларға честь бирә.

Әйткәндәй, Вован менән Лексус 19 майҙа “Знание” йәмғиәтенең федераль мәғрифәтселек марафонында сығыш яһағанда яҙманы тулыһынса тәҡдим итергә ниәтләй. Был сара быйыл “Яңы офоҡтар” тигән исем аҫтында үтә. Мәғрифәтселек марафоны 17 майҙа башланды һәм 19-ында тамамлана. Тамашасылар 220 сәғәттән ашыу тәшкил иткән белем биреү контентын ҡарау мөмкинлегенә эйә. Марафон майҙансығында 160-тан ашыу эксперт, шул иҫәптән дәүләт эшмәкәрҙәре сығыш яһай. Марафонда ҡатнашыусылар шулай уҡ министрҙар һәм Рәсәй Хөкүмәте вәкилдәре менән аралашты.

Мәғлүм булыуынса, “Знание” йәмғиәтенең тарихы 1947 йылда төҙөлгән совет ойошмаһынан башлана. 2021 йылдың апрелендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә “Знание” йәмғиәтенең эшмәкәрлеген заманса һанлы платформала ойоштороу зарурлығын белдергәйне.

Фото: © РИА Новости

Сығанаҡ: © РИА Новости

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: