Кушнаренко районында йөк машинаһы аҫтында ҡалыуҙан алты баланы ҡотҡарған бәлиғ булмағандар эштәре буйынса эске эштәр бүлеге инспекторы Риф Әхмәҙинуровҡа бюст асылды.
Был хәл 1972 йылдың 5 авгусында була. Милиция кесе лейтенанты Риф Әхмәҙинуров тәүлек дежурлығын тамамлағанда Эшсе урамы буйлап юғары тиҙлектә елгән йөк машинаһының уйнап йөрөгән балалар өҫтөнә килгәнен күрә. Милиционер транспортҡа ҡаршы сығып, кабина тупһаһына һикереп менә лә иҫерек водителде рулде уң яҡҡа борорға мәжбүр итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водитель ишекте кинәт киң асып, ҡыйыу инспекторҙы ҙур машинаның тәгәрмәстәре аҫтына ырғыта.
Инспектор һәләк булғандан һуң “Йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса яҡшы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән наградлана. Район үҙәгендәге урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә, шулай уҡ 1-се мәктәптә батыр хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, Риф Әхмәҙинуровҡа ҡуйылған бюст Башҡортостанда бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторға ҡуйылған беренсе иҫтәлекле һәйкәл булып тора.
Фото: Кушнаренко районы хакимиәте.