Бөтә яңылыҡтар

Андрей Назаров флаг күтәреүҙә ҡатнашты

Рәсәй Президенты мәктәптәрҙә дәрестәр башланыр алдынан дәүләт флагын күтәреү традицияһын индереү тәҡдимен хупланы.

Андрей Назаров флаг күтәреүҙә ҡатнашты
Андрей Назаров флаг күтәреүҙә ҡатнашты

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфө ҡалаһының 160-сы лицейында флаг күтәреү тантанаһында ҡатнашты. Рәсәй Президенты мәктәптәрҙә дәрестәр башланыр алдынан дәүләт флагын күтәреү традицияһын индереү тәҡдимен хупланы.

"Һис шикһеҙ, был сара балаларҙа илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк, улар бала саҡтан Рәсәй дәүләтселегенең күп быуатлыҡ тарихына үҙҙәренең ҡағылышы булыуын тойоп үҫәсәк. Бынан тыш, ул йола үткәндәребеҙгә, оло быуынға хөрмәт тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Индерелгән был традиция ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшергә булышлыҡ итер, тип ышанғы килә", – тип фекер уртаҡлашҡан социаль селтәрҙә Андрей Назаров.

Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге диуарынан.  

Андрей Назаров флаг күтәреүҙә ҡатнашты
Андрей Назаров флаг күтәреүҙә ҡатнашты
Андрей Назаров флаг күтәреүҙә ҡатнашты
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: