Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы Рәйесе Фәрид Мөхәмәтшинға Башҡортостан менән Татарстан республикалары араһындағы бәйләнеште нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Бүләкләү “Фарид Мухаметшин. Виражи судьбы” китабының исем туйы ваҡытында булды.
– Башҡортостан – күп милләтле республика, уның символдарының береһе – республиканың милли геройы Салауат Юлаев. Башҡортостандың иң юғары наградаларының береһе булып торған Салауат Юлаев ордены уның исемен йөрөтә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указға ярашлы Башҡортостан менән Татарстан республикалары араһындағы бәйләнеште нығытҡаны өсөн Фәрид Хәйрулла улы ошо орден менән бүләкләнә, – тине Константин Толкачев.
Башҡортостан Республикаһы менән Татарстан Республикаһы – уртаҡ мәҙәниәт, дин, күп мәсьәләләрҙе хәл итеүгә уртаҡ ҡараш менән берләшкән бер-береһенә иң яҡын төбәктәр, тип билдәләп үтте Башҡортостан парламенты Рәйесе.
– Ҡәҙерле Фәрид Хәйрулла улы, Рәсәйҙә Башҡортостан менән Татарстан парламенттары кеүек үҙ-ара мөнәсәбәттәрен абсолют рәүештә аңлашып ҡорған башҡа парламенттар юҡтыр, моғайын. Беҙ даими рәүештә закондар сығарыу тәжрибәһе менән уртаҡлашабыҙ, федераль майҙансыҡтарҙа мәнфәғәттәребеҙҙе яҡлайбыҙ, Дәүләт Думаһына һәм Федерация Советына бергәләп закон сығарыу башланғыстарын тәҡдим итәбеҙ. Комитеттарҙың берлектәге ултырыштарын үткәреү ҙә яҡшы традицияға әйләнде, – тине Константин Толкачев.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайты.