Бөтә яңылыҡтар

Аҡса түләгәс, талап итергә хоҡуғыбыҙ бар

Операторҙарҙы ни өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал?

Аҡса түләгәс, талап итергә хоҡуғыбыҙ бар
Аҡса түләгәс, талап итергә хоҡуғыбыҙ бар

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 44-се ултырышында депутаттар “Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты өсөн тауыш бирҙе.

Закон проекты “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар – Башҡортостан” дәүләт мәғлүмәт системаһына тулы йәки дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр ебәргән йәки мәғлүмәттәрҙе бөтөнләй бирмәгән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы күҙ уңында тота. Үрҙә әйтеп киткән хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн вазифалы кешеләргә өс мең һумдан биш мең һумға тиклем, ойошмаларға 15 мең һумдан 30 мең һумға тиклем күләмдә административ штраф һалыу тәҡдим ителә.  

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты ошо закон проекты буйынса фекере менән уртаҡлашты.

"Башҡортостандың бөтә граждандары өсөн ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға мотлаҡ түләү индерелеүенә инде бер нисә йыл үтте. Теләһәк тә, теләмәһәк тә, республикала ҡайҙа йәшәүебеҙгә ҡарап билдәләнгән тарифты, сүп-сар сығарған өсөн 75 һумдан алып 95 һумға тиклем, түләйбеҙ. Аҡса түләгәс, беҙ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ваҡытында сығарыуҙы талап итергә хоҡуҡлыбыҙ. Республикала был өлкәлә дүрт оператор эшләй. Дөйөм алғанда, был эш ойошторолған, әммә ул даими контролде талап итә, сөнки һәр ваҡытта ла нисек сығарылыуы тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алмайбыҙ. Әйтергә кәрәк, республикала күҙәтеү системаһы булдырылған, йәғни контейнерҙар майҙансыҡтарынан видеомәғлүмәттәр бар, уны операторҙар күрһәтеп, биреп торорға тейеш – ҡасан сығарылған, ваҡытындамы, юҡмы. Ул мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштерәләр. Ҡайһы мәлдә дөрөҫ булмаған күрһәткестәр бирелә йәки бөтөнләй тапшырылмай. Ә был - күҙәтеүҙең бер ысулы.

Шуға ла Хөкүмәт был хеҙмәтте күҙәтеүҙе көсәйтеү өсөн ошондай административ тәртип боҙоу төрөн индереү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Беҙ кәңәшмә үткәрҙек, ике яҡты ла тыңланыҡ һәм был тәҡдимде тикшергәндән һуң, граждан түләгәс, сифатлы хеҙмәт талап итеүгә хоҡуғы бар тигән фекергә килдек. Шуға ла беҙ Хөкүмәт тәҡдиме буйынса республиканың административ кодексының 6-сы өлөшөнә 6.2.1-се статьяны өҫтәнек, ул ҡаты ҡалдыҡтарҙы ваҡытында сығарыу тураһында дөрөҫ, тулы мәғлүмәт бирмәгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы күҙ уңында тота", – тине Владимир Нагорный.  

Автор фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: