Бөтә яңылыҡтар

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам буласаҡ

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов закон проекты буйынса фекере менән уртаҡлашты.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам буласаҡ
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам буласаҡ

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 44-се ултырышында ҡабул итеүгә тәҡдим ителгән закондар араһында “Башҡортостан Республикаһының һалымдар хаҡындағы ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты ла бар ине.

Был документ сәнәғәт-етештереү тибындағы махсус иҡтисади зоналарҙың резиденттары өсөн, ойошмаларҙың Башҡортостан Республикаһы бюджетына индерергә тейешле табышына һалым буйынса ташламаларын ҡулланыу ваҡытын ике йылға оҙайтыуҙы күҙ уңында тота. Махсус иҡтисади зона биләмәһендәге эшмәкәрлектән беренсе табыш алған мәлдән биш процент күләмендәге ташламалы һалым ставкаһын алтынсы – ун икенсе һалым осоро дауамында (әлеге ваҡытта – алтынсынан унынсы һалым осорона тиклем) билдәләү тәҡдим ителә.

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының ҡуртымға бирелгән торлаҡ баҙарында көнәркәшлеккә һәләтле һәм сифатлы тәҡдимдәр булдырыу маҡсатында ябай пай инвестиция фондтарына идара итеү буйынса эшмәкәрлекте тормошҡа ашырған ойошмалар милкенә һалым түләүҙән азат итеү тәҡдим ителә. Һалым ташламаһын ойошмаға был ташламаны тәүге тапҡыр ҡулланған һалым осоронан башлап, унан һуңғы ун һалым осоро дауамында биреү планлаштырыла.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов был закон проекты буйынса фекере менән уртаҡлашты.

– Өс уҡыуҙа һалымға ҡағылышлы индерелгән закон проектын ҡараныҡ. Беренсенән, “Алға” махсус иҡтисади зонаһы резиденттарына һалым ташламаһын оҙайтабыҙ. Икенсеһе – фатирҙы ҡуртымға биреү менән шөғөлләнгән ойошмаларға ҡағыла. Ҡуртымға биреү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙы ун йылға һалымдан азат итәбеҙ. Шулай уҡ ҡуртымға алған кешеләр яғынан да яуаплылыҡ булырға тейеш. Ҡуртымға бирелгән торлаҡтың тейешле стандарттарға яуап биреүе мөһим. Хоҡуҡи киңлек ҙур, шуға күрә беҙ заман талаптарына яуап биргән нигеҙ тәҡдим итәбеҙ. Был закон тик ойошмаларға ҡағыла. Иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ ваҡытында был бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам буласаҡ, – тине Рөстәм Ишмөхәмәтов.      

Автор фотоһы.     

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: