Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 44-се ултырышы үтте

Депутаттар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарарҙары проекттарын һәм Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттарын тикшерҙе.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 44-се ултырышы үтте
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 44-се ултырышы үтте

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 44-се ултырышы үтте.

Депутаттар алдында 2021 йылға Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһында Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская сығыш яһаны.

Ултырышта шулай уҡ республикала эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү тураһында Башҡортостандың Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллиндың, Башҡортостан Республикаһының бала хоҡуҡтарын, иректәрен һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү һәм яҡлау тураһында Башҡортостандың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихинаның сығыштары тыңланды.

Парламентарийҙар  Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә буйынса фекер алышты һәм мировой судьялар вазифаларына кандидатураларҙы тикшерҙе.

Ултырышта шулай уҡ “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар  тураһында Рәсәй Федерацияһы Кодексының 20.3-сө һәм 20.29-сы статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында”, “Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”, ”Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы федераль закон проекттарын Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына индереү буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың закон сығарыу башланғыстары хаҡында ҡарар ҡабул ителде.

Депутаттар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарарҙары проекттарын һәм Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттарын тикшерҙе.

Ултырышта депутаттар беренсе уҡыуҙа ҡабул итеүгә тәҡдим ителгән закондар өсөн дә тауыш бирҙе. Был хаҡта айырым таныштырасаҡбыҙ.

Фото: Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайтынан.     

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в