Өфөлә Башҡортостан Башлығы эргәһендәге ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышы үтте. Комиссияға Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселек итә.
Комиссия дүрт үтенесте ҡараны һәм береһе буйынса ыңғай ҡарар сығарҙы. Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡатын юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған һәм кеше сәләмәтлегенә зыян килтергәне өсөн һигеҙ айға иркенән һәм транспорт саралары менән файҙаланыу хоҡуғынан бер йылға мәхрүм ителгән булған.
– Һул яҡ һыҙаттан хәрәкәт иткәндә һәм көйләнмәүсе йәйәүлеләр юлын киҫкәндә, водитель уң яҡтағы автобус алдында кеше торғанын абайламаған. Тәгәрмәс аҫтына 80 йәшлек ҡатын эләккән, – тип һөйләгән Константин Толкачев. – Ғәйепләнеүсе шунда уҡ ғәйебен таныған, ғәфү үтенгән, дарыуҙар хаҡын түләгән, ҡатынға өйҙә дауаланыу өсөн аҡса менән ярҙам иткән.
Комиссия ағзалары ҡатындың күп балалы әсә икәнен дә иҫәпкә алған. Уның үҫмер улы һәм ике бәләкәй балаһы бар. Ә хәҙер дүртенсе сабыйы тыуыуын көтә. Бөтәһен дә иҫәпкә алып, комиссия уның ярлыҡау тураһындағы үтенесен ҡәнәғәтләндерҙе.
Башҡа үтенестәр кире ҡағылған. Уларҙың береһе иҫерек килеш әллә нисә тапҡыр руль артына ултырғаны, Рәсәй Енәйәт кодексының статьяһына ярашлы быға тиклем дә хөкөм ителгәне өсөн иркенән мәхрүм ителгәне билдәле. Икенсеһе – алдаҡ юл менән кешеләрҙең аҡсаһын алып, тиҫтәләгән миллион һумдарҙы туҙҙырған мутлыҡ менән шөғөлләнеүсе. Өсөнсөһө – аңлы рәүештә төркөм менән кешенең сәләмәтлегенә ҙур зыян килтергәне һәм үлемгә дусар итеүе өсөн 13 йылға иркенән мәхрүм ителгән.
“Подполковник званиеһын йөрөткән, енәйәт-холоҡ төҙәтеү системаһында эшләгән кешенең ҡылығы офицер намыҫы төшөнсәһе менән тап килмәй”, – тип аңлатҡан был ҡарарҙы Башҡортостан парламенты спикеры .
Фото:Ufa.aif.ru