Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Июнь 2022, 15:20

Гуманитар ярҙам – фашизмға ҡаршы көрәшкә индергән өлөшөбөҙ

Алдағы ҙур йөк машинаһындағы водитель Вячеслав Осеев инде етенсе тапҡыр еңел булмаған юлға сыға.

Гуманитар ярҙам – фашизмға ҡаршы көрәшкә индергән өлөшөбөҙ
Гуманитар ярҙам – фашизмға ҡаршы көрәшкә индергән өлөшөбөҙ

Бөгөн “Торатау” конгресс-холы майҙанынан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына унынсы гуманитар йөк оҙатылды. Дүрт ҙур йөк автомобиленә һыу, төҙөлөш материалдары, кейем, дарыуҙар һәм беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәре тейәлгән. Бөтәһе 59 тонна. Кейем тейәлгән бер машина – Донецк, ә ҡалған өсәүһе Лугаск халыҡ республикаһына барасаҡ.

Ылауҙы оҙатыу сараһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов ҡатнашты.   

– Йөрәк ҡушыуы буйынса ярҙам ҡулы һуҙып, был гуманитар йөктө йыйыуҙа ҡатнашҡан Башҡортостан халҡына һәм бағыусыларға рәхмәт әйткем килә. Был беҙҙең бергәләп тарих ағышын үҙгәртергә теләгән нацизмға ҡаршы көрәшеүебеҙҙе иҫбатлай. Хәйерле һәм изге юл, имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, – тине Максим Забелин.

Алдағы ҙур йөк машинаһындағы водитель Вячеслав Осеев инде етенсе тапҡыр еңел булмаған юлға сыға. Унаң һүҙҙәренсә, Донбасстағы тормош яйлап ҡына үҙ яйына ҡайта, дошман снарядтары емергән биналар тергеҙелә.

– Был юлы беҙ төҙөлөш материалдары, һыу, медицина ҡорамалдары алып барабыҙ. Сәфәребеҙ ғәҙәттәгесә үтә. Донбасс халҡы беҙҙе яҡшы ҡаршылай, – тип белдерҙе Вячеслав Осеев.

Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам оҙатыу урынына әйләнгән “Торатау” конгресс-холы янындағы майҙанға ветерандар ҙа йыйылғайны.

– Бында 20-нән ашыу кеше килдек. Беҙҙең егеттәрҙе оҙатыуҙа йыш ҡатнашабыҙ. Донбасс халҡының нисек ыҙалауын һәм ауырлыҡтар кисереүен күрәбеҙ. Беҙҙең бурыс – уларҙы ысын күңелдән хуплау. Еңеү беҙҙеке буласаҡ, – тине Өфө ҡалаһының Октябрьский районы һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Евгений Стремоухов.

Белеүебеҙсә, Башҡортостан Донбассҡа тәүге гуманитар ярҙамды 4 мартта оҙатты. Һигеҙенсе гуманитар ярҙам менән асфальт-бетон заводы һәм белгестәр бригадаһы алып барылды. 30 майҙа киткән туғыҙынсы ылауҙағы дүрт йөк автомобилендә асфальт-бетон заводына газ селтәрен тоташтырыу өсөн пластик торбалар һәм цемент ебәрелде. Ҡалған гуманитар ылауҙар ҙа был республикаларҙың ихтыяжынан сығып тупланасаҡ.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Башинформ” агентлығы.   

Гуманитар ярҙам – фашизмға ҡаршы көрәшкә индергән өлөшөбөҙ
Гуманитар ярҙам – фашизмға ҡаршы көрәшкә индергән өлөшөбөҙ
Гуманитар ярҙам – фашизмға ҡаршы көрәшкә индергән өлөшөбөҙ
Гуманитар ярҙам – фашизмға ҡаршы көрәшкә индергән өлөшөбөҙ
Гуманитар ярҙам – фашизмға ҡаршы көрәшкә индергән өлөшөбөҙ
Гуманитар ярҙам – фашизмға ҡаршы көрәшкә индергән өлөшөбөҙ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: