Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Июнь 2022, 20:45

2023 йыл аҙағына был мәсьәлә тулыһынса хәл ителергә тейеш

Башҡортостан прокуратураһында өлөшсөләр ҡатнашлығындағы төҙөлөш объекттары мәсьәләһе буйынса кәңәшмә уҙҙы.

2023 йыл аҙағына был мәсьәлә тулыһынса хәл ителергә тейеш
2023 йыл аҙағына был мәсьәлә тулыһынса хәл ителергә тейеш

Биләмәләрҙе үҫтереү федераль фонды мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан проблемалы объекттар һанын ҡыҫҡартыу күрһәткестәре буйынса тәүге биш төбәк иҫәбенә ингән. Беренсе квартал һөҙөмтәләренә ҡарағанда, 23 йорттағы алданған өлөшсөләрҙең торлаҡҡа хоҡуҡтары тергеҙелгән.

Башҡортостанға Радий Хәбиров командаһы килгән саҡта алданған граждандар ун меңдән ашыу иҫәпләнгән. Өс йыл ярым ваҡытта ете мең самаһы өлөшсөнөң хоҡуҡтары тергеҙелгән – был 76 проблемалы объект.

Башҡортостан Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, быйыл 18 йорт сафҡа индереләсәк, ә 2023 йыл аҙағына иһә был мәсьәләне тулаһынса хәл итеү ҡаралған.

"Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барабыҙ. Бөгөн илдең Генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә ошо турала ентекле һөйләштек.

Өлөшсөләр хоҡуғын тергеҙеү буйынса ике йүнәлештә эшләйбеҙ:

* үҙ көсөбөҙ  менән хәл итәбеҙ, бының өсөн республикала Граждандар хоҡуғын яҡлау фонды булдырылған;

* Федераль асыҡ хоҡуҡи компанияның, Биләмәләрҙе үҫтереү фондының механизмдарын файҙаланабыҙ, унан ун миллиард һум килер тип көтөлә.

Проблемалы объекттар барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау маҡсатында тәртип һаҡлау органдары менән хеҙмәттәшлек булдырылған", – тип белдерҙе Андрей Назаров.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: