Башҡортостан
+24 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Көйөргәҙеләр ҡыйыу ҡарар ҡабул иткән

Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев был хәлгә ҡарата ниндәй фекерҙә?

Көйөргәҙеләр ҡыйыу ҡарар ҡабул иткән
Көйөргәҙеләр ҡыйыу ҡарар ҡабул иткән

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт һәм Яҡут ауылдарында спиртлы эсемлектәр һатыу бөтөнләй тыйыласаҡ. Республика парламенты ошо хаҡта законды июндә яҙғы сессияның йомғаҡлау ултырышында ҡабул итергә йыйына.

"Закон проекттары парламентҡа республиканың Көйөргәҙе районы Советы тарафынан индерелде. Әммә тәүҙә “ҡоро закон” тураһындағы ҡарар ауылдарҙа – граждандарҙың дөйөм йыйылышында күпселек тауыш менән ҡабул ителгән. Алкоголь һатыуҙы тыйыу уны ҡулланыуҙы кәметергә, шуның һөҙөмтәһендә үлем осраҡтарын аҙайтырға, ғүмер оҙайлығын арттырырға, демографик хәлде яҡшыртырға мөмкинлек бирер ине, тип иҫәпләй халыҡ", – тине Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Парламент етәксеһе белдереүенсә, граждандарҙың үҙ биләмәһендә алкоголь һатыуҙы тыйырға хоҡуғы бар.

"Әммә шул уҡ ваҡытта “ҡоро закон”дың панацея һәм бөтә проблемаларҙы хәл итеү түгеллеген аңлау мөһим. Ул сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу юлында бер аҙым ғына. Ошо эште муниципаль берәмектәр араһында, бөтә республика кимәлендә дауам итергә кәрәк", – тине Константин Толкачев.

Фото: kurultai.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в