Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Июнь 2022, 09:28

Матур илдә йәшәйбеҙ!

Һынылыш мәлдәре булды, әммә илебеҙ уларҙы хәл итә алды.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Йәйҙең матур мәлендә дәүләтебеҙҙең төп байрамын – Рәсәй көнөн билдәләйбеҙ. Ошо уңайҙан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, ғалим һәм сәйәсмән, социология фәндәре докторы, профессор Рөстәм ӘХМӘҘИНУРОВ менән Ватаныбыҙҙың яҙмышы, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

– Рөстәм Марат улы, Рәсәй көнө һеҙҙә ниндәй хис-тойғолар тыуҙыра?

– Был көн – Бөйөк Еңеүгә ар­налған сараларҙан һуң килгән төп илһөйәрлек байрамы, сөнки Тыуған илебеҙгә ҡағыла. Йылдар уҙған һайын, уның әһәмиәтен нығыраҡ аңлайһың, тәрән тояһың.

Күптәр өсөн сағыштырмаса имен булған, әммә торғонлоҡҡа алып килгән Совет заманы үткәндә ҡалды. Владимир Путин Рәсәй Президенты булғас, төп иғтибарҙы федераль власть вертикален нығытыуға, шулай уҡ иҡтисади үҙаллылыҡты һәм баҙар иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтте. Был сәйәсәт илгә ҡеүәтле үҫешергә мөмкинлек бирҙе. Рәсәйҙең социаль-иҡтисади күрһәткестәрен Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре менән сағыштырһаҡ, хәлебеҙ уларҙыҡынан күпкә яҡшыраҡ һәм байтаҡ күрһәткестәр буйынса күршеләрҙән алда барабыҙ.

– Һәр эштә, шулай уҡ сәйәсәт­тә лә һынылыш осоро була. Нисек уйлайһығыҙ, Рәсәй һуңғы йылдарҙа шундай ниндәй мәл­дәрҙе кисерҙе?

– Ундай осраҡтар бер нисәү булды. Яңы Рәсәй власты бирергә теләмәгән көстәрҙең етди ҡаршы­лығы аҫтында барлыҡҡа килде. Шуға күрә 1991 йылда СССР-ҙағы ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитеты, 1993 йылда фетнә күтә­реү, Президент һәм Парламенттың бер-береһенә ҡаршы тороуы кеүек ваҡиғалар теркәлде. 90-сы йылдарҙа Чечен Республикаһында етди хәрби низағ тыуҙы. Һөҙөмтәлә илдең бойондороҡһоҙлоғо өсөн хәүеф тыуҙы. Ғөмүмән, ошондай һынылыш мәлдәре булды, әммә халҡыбыҙ уларҙы хәл итә алды – шуныһы мөһим.

XXI быуат башында көслө етәксе Владимир Путиндың илебеҙгә башлыҡ итеп һайланыуы беҙҙең өсөн уңыш булғандыр, тип иҫәп­ләйем. Ул тетрәнеүһеҙ үҫеш­тең күсәгилешлеген һаҡлай алды, федераль вертикалде нығытыуға өлгәште, иҡтисади үҫешкә ҡеүәт бирҙе һәм ул ваҡыттағы енәйәт­селек, эшһеҙлек, бөлгөнлөк хәлен­дәге халыҡтың күпселек өлөшөнөң, пенсионерҙарҙың көнүҙәк мәсьә­ләләрен хәл итте. 90-сы йылдар башында һәм уртаһында илдәге халыҡтың өстән бер өлөшө – 35 проценты самаһы бөлгөнлөк хә­лендә ҡалғайны.

Әле лә илебеҙ көсөргәнешле осор кисерә – Донбассҡа бәйле хәл илебеҙҙең суверенитетын хәүеф аҫтына ҡуйҙы. Украиналағы рус телле халҡы булған биләмәләр Рәсәй менән татыу йәшәргә теләй, әммә ул ил етәкселеге был йәһәттән аныҡ ҡарар ҡабул итә алмай – уларға автономия ла бирмәй, был төбәк­тәргә үҙ составында үҙаллы үҫергә лә юл ҡуймай. Етмәһә, әле Украина режимын Төньяҡ Атлантик килешеү ойошмаһы (НАТО) хуплай. Был шарттарҙа беҙгә тупланырға һәм бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға кәрәк.

– Эйе, Рәсәй йәнә оло һынау алдына баҫты. Бындай мәл­дәрҙә Тыуған илен яратҡан кешенән уға ярҙам итеү өсөн ниндәй эшмәкәрлек талап ителә?

– Һүҙ оҫталары, йәмәғәт фекерен сағылдырған абруйлы кешеләр Донбассты һаҡлау тураһындағы ҡарар­ҙы, үҙенең хәрби бурысын үтәгән кешеләрҙе шик аҫтына ҡуйған эшмәкәрлек алып бармаһын ине. Махсус операцияның мөһим­леге хаҡында интернетта, концерттарҙа, асыҡ сараларҙа ошо хаҡта һөйләгән кешеләргә серек помидорҙар ташлаған әҙәмдәрҙе аңламайым. 

Шуны кәңәш итер инем – бындай мәлдәрҙә беҙгә, ябай халыҡҡа, элеккесә эшләүҙе, йәшәүҙе дауам итергә, берҙәм булырға кәрәк. Башҡортостан Башлығы янында, Рәсәй Президенты эргәһендә туп­ланыу мөһим. Айырыуса ошондай яуаплы ваҡытта бәхәстәр, тартҡы­лашыуҙар кәрәкмәй.

Беҙ 90-сы йылдарҙа шундай уҡ һынау осорон үттек, уның кире ҡабатланыуын теләмәҫ инем. Украиналағы махсус хәрби операция беҙҙең еңеү менән тамамланыр һәм Донбасс халҡын яҡлай алырбыҙ, тип ышанам. Беҙ күрше дәүләт ерҙәренә дәғүә итмәйбеҙ. Уның халҡы артабан нисек йәшәргә икәнлеген үҙе хәл итер.

– Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың илебеҙҙе нығы­тыу­ға индергән өлөшөн нисек баһалайһығыҙ?

– Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Дәүләт Думаһына закондар тәҡдим итеү һәм уларҙы ил законы булараҡ ҡабул итеү буйынса алдынғы урында. Шуға ла республика парламен­тының федераль ҡануниәткә, федераль суверени­тетҡа индергән өлөшө шаҡтай әһәмиәтле. Беҙгә республика закондарын федераль ҡануниәткә яраҡлаштырыу эшен дауам итергә кәрәк. Әле яңыртылған Башҡорт­остан Конституцияһы буйынса эш тамамлана. Республиканың Төп документы федераль үҙәк менән оҙаҡ йылдарға тотороҡло, нә­тижәле мөнәсәбәттәр булдырыуға булыш­лыҡ итер, тип уйлайым. Һөҙөмтәлә Рәсәй ҙә, Башҡортостан да сәскә атасаҡ.

Беҙҙең ҡануниәтте яңыртыуға һәм федераль закондарға ярашлы хәлгә килтереүгә тос өлөш индергән шәхестәрҙе – 2003 – 2008 йылдарҙа Башҡортостан Президенты Хаки­миәте етәксеһе булып эшләгән Радий Хәбировты, оҙаҡ йылдар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе вазифаһын атҡарған Константин Толкачевты, ул йылдарҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, һуңынан Башҡортостандың Конституция суды рәйесе булған Зөфәр Йәнекәев, Дәүләт Думаһының бер нисә саҡырылышы депутаты, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа эшләгән Михаил Бугераны билдәләп китергә теләйем.

Республика закондарын федераль ҡанундарға яраҡлаштырыу беҙгә тормош һынауҙарын тетрәнеү­ҙәрһеҙ, тыныс һәм тотороҡло үтергә булышлыҡ итте. Беҙҙең төбәк халҡы ҙур илдә йәшәгәнен белә, шул уҡ ваҡытта үҙҙәрен уның бер өлөшө булған Башҡортостан вәкиле итеп  тә тоя.

– Рәсәй көнө айҡанлы халыҡҡа ниндәй теләктәрегеҙ бар?

– 12 июндә беҙҙең ҙур, матур илебеҙ – Рәсәй Федерацияһы булыуын тағы ла иҫкә төшөрөп, дәүләт флагын тотоп, ғаилә менән парк­тарға, төрлө сараларға барырға, гүзәл ерҙә йәшәгәнебеҙгә ҡыуанырға кәрәктер. Киләсәктә балаларыбыҙ беҙгә рәхмәт әйтерлек ғәмәлдәр эшләйек. Улар тотороҡло, хәүефһеҙ һәм уңайлы илдә йәшәһен өсөн бөгөн тырышырға кәрәк.   

– Рөстәм Марат улы, әһә­миәтле әңгәмә өсөн рәхмәт.

Динар ҒИЛМЕТДИНОВ, РФ Дәү­ләт Думаһы депутаты:

– Рәсәй көнө беҙҙе, бөйөк һәм ҙур илдең граждандарын, бер­ләш­терә. Ул Тыуған илебеҙгә ҡарата һөйөү һәм тоғролоҡ сифаттарын сағылдыра.

Ил, уның барлыҡ ҡаҙаныш­тары, еңеүҙәре, уңыштары менән һоҡланыу ғына түгел, ә уларҙы арттырыу өсөн бөтәһен дә эшләү мөһим. Йолаларға, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашыбыҙ, балалар һәм өлкәндәр тура­һында хәстәрлегебеҙ, тирә-яҡтағыларға битараф булма­уыбыҙ менән уны тағы ла яҡшыраҡ һәм көслөрәк итәбеҙ. 

Рәсәй көнөндә уны төҙөгән һәм һаҡлаған кешеләргә хөрмәт күрһәтәбеҙ. Рәсәйҙе нығытҡан һәм уның бойондороҡһоҙлоғон һәм именлеген яҡлаған быуын тураһында иҫтәлек һаҡлайбыҙ. Был хәтирәләрҙе йәш быуынға тапшырабыҙ.

Шундай матур илдең гражданы булыуым менән бәхет­лемен, Тыуған илемде яратам, Рәсәй менән ғорурланам!

 

Тамара ТАНҺЫҠҠУЖИНА, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тай Рәйесе урынбаҫары:

– Рәсәй көнө – илебеҙҙең иң әһәмиәтле дәүләт байрамы. Ул – беҙ йәшәгән, матди һәм рухи ҡиммәттәр тыуҙырған, балалар үҫтергән Тыуған илебеҙ. Беҙ Ватаныбыҙ, уның тарихы һәм бөгөнгөһө менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Баш­ҡорт­остан – ошо күп милләтле бөйөк илдең айырылғыһыҙ төбәге, ул Рәсәйҙең үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Беҙ киләсәккә ныҡлы ышаныс менән ҡарайбыҙ, сөнки илебеҙҙең мәңге һаҡланасаҡ ҡиммәте бар, ул – Рәсәйҙең эшһөйәр, кәрәк булғанда батыр, мохтаждарға һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булған намыҫсан халҡы.

Мин барыһының да алға ынтылып, үҫеш юлынан барыу­ҙарын, үҙ сәләмәтлектәрен һаҡлауҙарын, туғандары һәм яҡындары тураһында хәстәрлек күреүҙәрен, ниндәй генә хәлдәр килеп тыуғанда ла, күтәренке рухлы булып ҡалыуҙарын теләйем!

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: