Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Июнь 2022, 16:30

Барыһы ла белеп торһон өсөн

“Трибунал” сайтында Украина неонацистарының енәйәттәре тураһында материал йыйыласаҡ.

Барыһы ла белеп торһон өсөн
Барыһы ла белеп торһон өсөн

Украина биләмәһендә Украина боевиктары ҡылған енәйәттәр тураһында материалдар “Трибунал” сайтында баҫыласаҡ. Интернет-ресурс журналисы һәм Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Марина Әхмәтова был хаҡта мәғлүмәтте бер урында туплауҙың һәм йыйылған мәғлүмәт менән һәр теләгәндәргә танышырға мөмкинлек биреүҙең ни тиклем мөһим булыуын билдәләне. Шулай итеп, Украина яғынан күп һанлы фейктарға ҡаршы “кешеләргә дөрөҫ мәғлүмәт” еткерергә мөмкин буласаҡ.

“Трибунал” баҫмаһы журналистары үҙҙәре Донецкиҙа, Мариуполдә, Волновахта һәм башҡа тораҡ пункттарҙа енәйәт эшенең шаһиты булған. Улар атыу урындарына барып, урындағы халыҡ менән аралашҡан, барған хәлдәрҙе камераға төшөргән. Йәмәғәтселәр һәм журналистар йыйылған досьены халыҡҡа еткерергә ваҡыт етте, тип ышана. Кешеләр Украина неонацистарының 2014 йылдан алып ЛНР һәм ДНР-ҙа башҡарған енәйәттәре тураһында белергә тейеш.

“Трибунал” йәмәғәт башланғысы сайтында “Досье” бүлегендә “Хәрби етәкселек” һәм “Башҡарыусылар” тигән ике ҡушымта барлыҡҡа килгән. Бүлектәрҙә урынлашҡан анкеталар хәҙер күрһәтелгән кешенең статусына ярашлы һайлап алынған. Был материалдар боевиктар өҫтөнән суд үткәргәндә уларҙың ғәйебен раҫлау, шулай уҡ хөкөм ҡарары сығарыу өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итәсәк. “Һуғышта байтаҡ енәйәттәр йыш ҡына язаһыҙ ҡалған өсөн ҡылына. Маҡсатыбыҙ – быны үҙгәртеү”, – тип иҫәпләй Марина Әхмәтова.

“Трибунал” сайты Рәсәй Йәмәғәт палатаһы булышлығында эшләй башланы. 2022 йылдың март башында палата ағзалары Халыҡ-ара йәмәғәт трибуналын булдырыу тәҡдимен индерҙе. Уға донъяның төрлө илдәренән хоҡуҡ һаҡлаусылар һәм журналистар инде. Маҡсаты – хәрби енәйәттәрҙең таныҡлыҡтарын йыйыу, уларҙы халыҡҡа еткереү һәм ошо дәлилдәрҙе хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыу.  Халыҡ-ара йәмәғәт трибуналы 300-ҙән ашыу шаһиттан, Украина хәрби көстәренән һәм милләтселек батальондары ҡулынан зыян күргәндәрҙән һорау алған. Хәҙер иҫбатлау базаһы “Трибунал” интернет-ресурсы журналистарының материалдары менән дә тулыланасаҡ

Фото: vz.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: