Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың сәхифәһенән:
"Бер полярлы донъя уны эстән емерә. Рәсәйҙе һәр саҡ демократияға өйрәтәләр, әммә өйрәтеүселәр ниңәлер үҙҙәре уға өйрәнмәй”: Владимир Путиндың 2007 йылда Мюнхендағы телмәре бөгөн дә көнүҙәк. Президентыбыҙ күп йылдар буйы һөйләгәндең һөҙөмтәһенә беҙ уртаға һалып һөйләшеп кенә өлгәшәсәкбеҙ.
Күп кенә сит илдәр Рәсәй менән араны көйләү яғында. Яңыраҡ Европарламент депутаты Тьерри Марианинан рәсми хат алдыҡ. Ул Башҡортостандың һәм сит илдәрҙең бизнесмендары, сәйәсмәндәре ҡатнашлығында “Өфө диалогы” осрашыуы ойоштороуҙың датаһын билдәләүҙе һорап яҙған ине. Тәүге ултырыштарҙы июлдә үк үткәрергә әҙерләнәбеҙ".
Фото: А. Назаровтың сәхифәһендәге видеонан скриншот.