Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Июнь 2022, 19:30

Кемдәргә бушлай юридик ярҙам күрһәтелер?

Үҙгәрештәр бушлай юридик ярҙамға хоҡуғы булған граждандарға ҡағыласаҡ.

Кемдәргә бушлай юридик ярҙам күрһәтелер?
Кемдәргә бушлай юридик ярҙам күрһәтелер?

30 июндә, яҙғы сессияның һығымталар яһау кәңәшмәһендә, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылыш – Ҡоролтайы беренсе уҡыуҙа “Башҡортостан Республикаһында бушлай юридик ярҙам тураһында”ғы республика законының 5-се һәм 8-се статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын ҡараясаҡ.

Парламент рәйесе Константин Толкачевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙгәрештәр бушлай юридик ярҙамға хоҡуғы булған граждандарға ҡағыласаҡ. Улар - пенсия тәғәйенләнгәнгә тиклем биш йыл ҡалғандар, шулай уҡ йөклө ҡатындар һәм өс йәшкә тиклемге балалары булған ҡатындар. Дәүләт юридик бюроһы белгестәре күрһәткән хеҙмәт бюджет аҡсаһынан түләнәсәк.

Фото: gazetazp.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: