Радий Хәбиров үҙенең указы менән Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы составына үҙгәрештәр индерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Совет тураһындағы положение буйынса уның составы планға ярашлы алмаштырылырға тейеш һәм әле ул 54 процентҡа яңыртылды. 36 кешенең 19-ы яңы ағза булды. Совет составына юристар, журналистар, ғалимдар, экологтар, йәнлектәрҙе яҡлаусылар, ҡала әүҙемселәре, ижади интеллигенция һәм бизнес-берләшмә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, профсоюз хәрәкәте, руханиҙар вәкилдәре инде. Туризм тармағы вәкилдәре – Рита Гринберг һәм Юрий Невский, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – Айнур Асҡаров һәм Наилә Сәфәрғолова, профсоюз вәкилдәре – Рауил Хәлфин консультация органына тәүгә ҡушылды. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Кеше хоҡуҡтары буйынса совет составында журналистар күбәйҙе.
“Советтың яңы составы менән эшмәкәрлек планында – тотош республикабыҙ буйлап, шул иҫәптән алыҫ райондарҙа граждандарҙы ҡабул итеүҙе, хоҡуҡ яҡлау эшмәкәрлеген дауам итеү һәм граждандар башланғыстарына ярҙам күрһәтеү.
Совет эшмәкәрлегенең уңышлы тәжрибәләре араһында минең бурысым туранан-тура етәкселегем аҫтында хоҡуҡ яҡлау үҙәген булдырыу. Ул йөҙәрләгән аҙ тәьмин ителгән граждандарға, балалы әсәләргә, күп балалы ғаиләләргә, етемдәргә, инвалидтарға һәм йортһоҙ ҡалғандарға ярҙам итте.
Беҙҙең Совет гуманитар проекттар тәҡдим итте, улар араһында - Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикалары халҡына хоҡуҡи ярҙам, шул иҫәптән Донбасстың йәмәғәт ойошмалары менән тәжрибә уртаҡлашыу, уларҙың эшен Рәсәйҙең хоҡуҡи даирәһенә яраҡлаштырыу, республикабыҙҙың йортһоҙ кешеләренә ярҙам күрһәтеү, етемдәргә, ишле ғаиләләргә һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә аҙыҡ-түлек һәм кейем менән ярҙам күрһәтеү”, - тип һөйләгән “Башинформ” агентлығына Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советының яңы рәйесе Зөлфиә Ғайсина.
Фото: bakalzori.ru