Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров әлеге ваҡытта Санкт-Петербургта барған Халыҡ-ара юридик форумда ҡатнаша. Ошоға бәйле ул социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы.
“Питерҙа барған Халыҡ-ара юридик форум сиктәрендә, эшлекле иртәнге аш янында Рәсәй бизнесы менән властың үҙ-ара килешеп эш итеү моделен тикшерҙек.
Барыһы ла эшҡыуарҙарға баҫымды кәметергә һәм ҡануниәтте либералләштереүҙе тиҙләтергә кәрәк, тигән фекергә килде. Бөгөн, илебеҙ изоляцияла ултырғанда, уларға максималь азатлыҡ биреүҙән башҡа юл юҡ. Кешеләргә бизнес менән шөғөлләнеү хәүефһеҙ, уңайлы һәм файҙалы булырға тейеш.
Әммә дәүләттең бизнес менән үҙ-ара мөнәсәбәттәренең яңы моделенә күсеүен азатлыҡ менән контроль араһында тигеҙлекте һаҡлап үтәү мөһим. Әгәр артыҡ күҙәтеү эшҡыуарҙың үҫеш түгел, ә аҡланыу һәм отчеттар менән шөғөлләнеүенә килтерһә, тулы азатлыҡ системаның анархияһына, деградацияһына килтереүе ихтимал.
Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников, үҙгәрештәрҙе йәмәғәтселекте тыңлап индерергә кәрәк, тип өҫтәне һәм был йүнәлештә эштәр башланған да.
Киләсәктә ике яҡ та таянырға тейеш нигеҙ – булған тәжрибәне бергә туплау һәм үҙ-ара килешеп эш итеү. Шулай итеп, бергәләп иҡтисадты үҫтерә аласаҡбыҙ.
Рәсәй Юристар ассоциацияһы идараһы рәйесе Владимир Груздев билдәләүенсә, әлеге ваҡытта халыҡ-ара кимәлдә Рәсәй бизнесына һәм граждандарына ҡарата сикләүҙәр барлыҡ ҡағиҙәләрҙе, процедураларҙы боҙоп ҡабул ителгән. Швейцария һәр ваҡыт нейтраль позиция биләй ине. Хәҙер ул Европаның позицияһын, уның санкцияларын ҡабатлай. Шуға күрә яңы хоҡуҡ нигеҙҙәре ҡабул ителергә тейеш, унда бөтәһе лә үҙ-ара ихтирамда ҡороласаҡ.
Рәсәйҙең юстиция министры урынбаҫары Андрей Логинов бизнеста иртәнге ашта яңғыраған бөтә идеяларҙың да уларҙы артабан тормошҡа ашырыу өсөн эшкәртеләсәген билдәләне”, – тип яҙҙы ул.
Фото А. Назаровтың сәхифәһенән.