Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк парламенты эшенең яҙғы сессияһын тамамлаған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 45-се ултырышында ҡатнашты.
Ултырыш алдынан республика етәксеһе 2002 йылда асылған Башҡортостан парламенты тарихы музейын ҡарап сыҡты. Экспозиция төбәктә парламентаризмдың барлыҡҡа килеү һәм үҫеү тарихын сағылдыра. Унда документтар, фотоһүрәттәр, китаптар тупланған. Ҙур бүлек тәүге парламентарийҙарға һәм Ырымбурҙа, Өфөлә үткән беренсе ҡоролтайҙарға арнала.
Ултырышты асып, Башҡортостан Башлығы республика парламентарийҙарына яҙғы сессиялағы эш өсөн рәхмәт әйтте.
– Әлеге осор еңелдән булманы, әммә бөтә тармаҡтарҙың һәм дәүләт власы органдарының берлектәге тырышлығы менән республикабыҙҙың үҫешен тәьмин итә алдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан парламентында төрлө сәйәси көстәр бар. Әммә илде үҫтереүҙең, халыҡ-ара кимәлдә уны яҡлауҙың төп мәсьәләләре, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Украиналағы махсус хәрби операция үткәреү тураһындағы ҡарарына теләктәшлек күрһәтеү буйынса беҙҙең парламент берҙәм фекерҙә. Беҙ ошо осорҙо иңгә-иң терәшеп үтәбеҙ. Артабан да бергәләп алға барырбыҙ, тип ышанам.
Төбәк етәксеһе депутаттарҙың иғтибарын Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Башҡортостан власы органдарының эш йүнәлештәрен аңлатыу, халыҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү буйынса граждандар менән әүҙем аралашыуҙы дауам итеү зарурлығына йүнәлтте.
Артабан парламентарийҙар Башҡортостан вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың 2021 йылда республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһындағы телмәрен тыңланы.
Былтырғы йомғаҡтарға ҡарағанда, Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһы күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында – 12 һәм Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләгән. Республика аграрийҙары 12 миллиард һумлыҡ яңы техника һәм ҡорамал һатып алған. Инвесторҙар яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға байтаҡ аҡса йүнәлткән. Республикала 112 миллиард һумлыҡ 42 ауыл хужалығы башланғысы тормошҡа ашырыла.
Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү йылдам үҫә. Былтыр республикала 111 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек етештерелгән, был 2020 йылғы кимәлдән 34 процентҡа юғарыраҡ. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында алтынсы урындан бишенсегә күтәрелгән.
Һөт етештереү буйынса былтыр республика Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урында булған. Әле һөт малсылығына ҡағылған инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу тамамланып килә. Быйыл шулай уҡ һөтсөлөк фермалары төҙөү, ғәмәлдәгеләрен яңыртыу йәһәтенән алты инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы тамамлау планлаштырыла.
Ит етештереү буйынса республика Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Былтыр ит малсылығын үҫтереү маҡсатында Урал һәм Башҡортостан ит компанияларының ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашырылған.
Вице-премьер шулай уҡ агросәнәғәт комплексының 2022 йылға бурыстары һәм яңы уңышты күҙаллау хаҡында телмәр тотто. Республика төп аҙыҡ-түлек төрҙәрен етештереү өсөн сеймал менән тәьмин ителгән, ә эшкәртеү ҡеүәттәре ауыл хужалығы продукцияһын сығарыуҙы планға ярашлы арттырыу мөмкинлеген бирә, тип билдәләне ул.
Ултырышта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Көйөргәҙе районының Яҡут ауылында алкоголь һатыуҙы тулыһынса тыйыу тураһында закон ҡабул итте.
– Закон проекты парламентҡа Көйөргәҙе район Советы тарафынан тәҡдим ителде, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев. – Был башланғыс Яҡут ауылы халҡынан сыҡҡан.
Константин Толкачев әйтеүенсә, бындай закон республика парламенты тарафынан беренсе тапҡыр ҡабул ителә.
Парламент ултырышында Башҡортостан менән Татарстан араһындағы сикте билдәләгән килешеүҙе раҫлаған закон проекты ҡабул ителде. Документ республика Хөкүмәте тарафынан тәҡдим ителгәйне.
Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская әйтеүенсә, сикте билдәләгәндә Башҡортостан биләмәһе кәмемәне, хатта биш километрға артты. Закон ҡабул ителгәс, тейешле мәғлүмәттәр Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелә.
Әле Башҡортостан күрше алты төбәктең бишеһе – Пермь крайы, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Татарстан һәм Удмурт Республикалары менән сиктәрен раҫлаған.
Депутаттар шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында”ғы Закондың 8-се һәм 18-се статьяларына үҙгәрештәр индергән закон проектын тулыһынса хупланы. Ул яңы уҡыу йылының тәүге көнөндә һәм башҡа тантаналы сараларҙа мәктәптәрҙә, һөнәри белем биреү ойошмаларында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт флагтарын күтәреү ғәмәлен билдәләй. Законда, флагты күтәреү тантанаһында башта Рәсәй Федерацияһы, унан һуң Башҡортостан Республикаһы гимны яңғырарға тейеш, тип нығытыла.
Депутаттар ултырышта хөкүмәттең санкция баҫымы шарттарында республика иҡтисадына ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән закондар пакетын хупланы.
- Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА