Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Июль 2022, 16:00

Яҡут ауылында алкоголь һатыу закон менән тыйылды

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай етәкселеге яҙғы сессия эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.

Яҡут ауылында алкоголь һатыу закон менән тыйылды
Яҡут ауылында алкоголь һатыу закон менән тыйылды

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм уның урынбаҫарҙары, комитеттар етәкселәре журналистар менән осрашты. Улар яҙғы сессия эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.

Яҙғы осорҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының алты пленар ултырышында 100-ҙән ашыу закон проекты ҡаралған. Уларҙың 70-тән ашыуы закон статусын алған. Ошо уҡ ваҡыт эсендә парламент ике йөҙҙән ашыу ҡарар ҡабул итте, шул иҫәптән 35-е - мировой судьялар һайлау һәм дүртәүһе - Дәүләт Йыйылышының федераль закон проекттары буйынса закон сығарыу башланғыстары тураһында.

Константин Толкачев белдереүенсә, ғинуарҙан июнгә тиклем Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Дәүләт Думаһынан килгән дүрт йөҙҙән ашыу федераль закон проектын һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарынан 70-тән ашыу закон сығарыу башланғысын ҡараған.

Яҙғы сессия осоронда “Республика мәғариф системаһында һөнәри эшмәкәрлекте норматив-хоҡуҡи тәьмин итеү проблемалары” һәм “Башҡортостан Республикаһында туристик эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен артабан үҫтереү тураһында” мәсьәләләре буйынса парламент тыңлауҙары, шулай уҡ ун "түңәрәк өҫтәл" үткәрелгән.

Комитет ултырыштарында республика Хөкүмәте ағзаларының, учреждение етәкселәренең закондарҙы тормошҡа ашырыу барышы тураһында 40-тан ашыу отчеты һәм мәғлүмәте тыңланған. Эксперт советтарының - 11, эш төркөмдәренең 21 ултырышы уҙған.

Депутаттар граждандарҙы ҡабул итеүҙе ғәҙәти форматта һәм видеобәйләнеш режимында дауам итте. Депутаттарға граждандарҙан, ойошмаларҙан өс меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән. Мөрәжәғәттәр менән эшләү барышында меңдән ашыу депутат һорауы ебәрелгән. Шәхси ҡабул итеүгә мең ярым самаһы кеше килгән.

Украинала махсус хәрби операция үткәреү һәм унан һуң килгән иҡтисади санкциялар, әлбиттә, быйылғы йылдың төп ваҡиғаһы булды, һәм был Дәүләт Йыйылышы эшмәкәрлегендә сағылыш тапмай ҡалманы, тине парламент спикеры Константин Толкачев.

– Партиялар араһында булған сәйәси килешмәүсәнлектәргә ҡарамаҫтан, бөтә фракциялар ил етәкселегенең ҡарарын хупланы һәм тейешле мөрәжәғәт яһаны. Мартта уҡ беҙ махсус операцияла ҡатнашыусыларға хәрби хәрәкәттәр ветерандары статусын беркеттек, тейешле льготалар билдәләнек. Шулай уҡ республика Башлығының “Һәләк булған (мәрхүм) хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына өҫтәмә социаль ярҙам сараһы тураһында”ғы законы ҡабул ителде. Уға ярашлы, махсус операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре, федераль ярҙам сараларынан тыш, республика бюджетынан ике миллион һум ала, – тине Константин Толкачев.

Парламент спикеры республика биләмәһендә урынлашҡан мәжбүри күскенселәргә ҙур иғтибар бүленеүе хаҡында һөйләне. Депутаттар Донбасста йәшәүселәргә ярҙамға аҡса күсерҙе, Луганск һәм Донецк республикалары өсөн гуманитар йөктәр әҙерләүҙә ҡатнашты. Республика ошондай 11 конвой оҙатты ла инде. “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе Донбасстан мәжбүри күскенселәрҙең балаларына ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән “Теләктәр йәйе” акцияһын башлап ебәрҙе. Шуныһы мөһим: акция барышында депутаттар, бүләктәр тапшырыуҙан тыш, азат ителгән биләмәләрҙә йәшәүселәрҙең йәшәү шарттарын тикшерә, проблемаларҙы асыҡлай, уларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.

“Кисәге ултырышта беҙ санкция баҫымы шарттарында иҡтисадҡа булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән закондар пакеты өҫтөндә эште тамамланыҡ. Бизнесҡа йөкләмәне комплекслы кәметеү ҡаралған. Ярҙам саралары иҡтисадтың төрлө секторҙарына - ҡулланыусылар кооперацияһына, сауҙа комплекстарына, IT компанияларға, “Алға” махсус иҡтисади зонаһына, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренә, һалым һалыуҙың патент системаһын ҡулланған эшҡыуарҙарға ҡағыла. Шулай уҡ биш меңдән кәмерәк кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙағы магазиндарға сауҙаһыҙ ер участкалары бүлеү тураһында закон ҡабул иттек. Бындай норма ауыл ерендә сауҙа өлкәһе үҫешенә һәм ауыл халҡының тормош сифатына ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Беҙҙә бөгөн 1800 ауылдың стационар магазиндары бөтөнләй юҡ. Ауылда кешеләргә уңайлы булырға, улар ҡалаға китмәҫкә, ә хужалыҡты үҫтерергә кәрәк”, – тине Константин Толкачев.

Көйөргәҙе районының Яҡут ауылында алкоголь һатыуҙы тулыһынса тыйыу тураһындағы закон ҙур яңғыраш алды. Парламент ошондай законды тәүгә ҡабул итте.

– Был экспериментҡа беҙ бындай сараның һөҙөмтәлелеген һәм маҡсатҡа ярашлылығын аңлау өсөн барабыҙ. Мәсьәлә ярайһы уҡ бәхәсле. Был йәһәттән минең дә шиктәрем бар, нимә килеп сығыры ҡыҙыҡ, – тине спикер.

Фото: Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: