Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
13 Июль 2022, 16:45

Абхазия менән ара яҡыная

Бөгөнгө осрашыу йомғаҡтары буйынса хеҙмәттәшлекте үҫтереү, нығытыу маҡсатында яңы документтар әҙерләнәсәк.

Абхазия менән ара яҡынаяАбхазия менән ара яҡыная
Абхазия менән ара яҡыная

13 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания журналистар менән әңгәмәлә ике республика араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса осрашыуҙарға йомғаҡ яһаны.

“Беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе киң үҫтерергә була. Рәсәйгә санкция индерелеү ҙә яңы мөмкинлектәр асты. Абхазия Рәсәйгә параллель импорт программаһын тормошҡа ашырыуҙа транзит биләмә ролен үтәй ала. Беҙ гуманитар өлкәлә, мәғарифта, һаулыҡ һаҡлауҙа, мәҙәниәттә, спортта бәйләнеш булдырыу мәсьәләләрен өйрәндек. Башҡортостанға эш сәфәре яҡшы һөҙөмтә бирер тип ышанам”, – тине Аслан Бжания.

Радий Хәбиров иһә: "1920 йылдан алып халыҡ-ара дуҫлыҡ, теләктәшлек һаҡлана. Был иҡтисади, гуманитар, мәҙәни мөнәсәбәттәр өсөн ныҡлы нигеҙ булып тора. Тауар әйләнешен анализлайбыҙ. Абхазияның ауыл хужалығы продукцияһы иғтибарға лайыҡ. Абхаз туризмы һәм шифаханалар эше лә ҡыҙыҡһындыра. Аслан Георгиевич балаларыбыҙҙы үҙҙәрендә ял иттерергә тәҡдим яһаны”, - тине.

Бөгөнгө осрашыу йомғаҡтары буйынса хеҙмәттәшлекте үҫтереү, нығытыу маҡсатында яңы документтар әҙерләнәсәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас