

13 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары менән осрашты.
Быйыл май аҙағында, элекке составтың мөҙҙәте үтеүгә бәйле, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай биш йылға 12 кешенән торған яңы состав һайлағайны. Уның рәйесе итеп Илона Макаренко тәғәйенләнде. Рәйес урынбаҫары һәм комиссия секретары вазифаһын Марат Ғәҙелов менән Марина Долматова үтәйәсәк.
“Алда беҙҙе яңы һайлау кампаниялары көтә, – тине Радий Хәбиров. – 2023 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлау буласаҡ. Башҡортостанда төрлө сәйәси партиялар эшләй. Бөтә кандидаттар өсөн дә бер үк мөмкинлектәр булдырырға, һайлаусыларға тауыш биреү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырырға кәрәк. Ә 2024 йылда Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Башлығы һайланасаҡ. Был етди сараларға хәҙерҙән үк әҙерләнә башлау мөһим”.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.