Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Июль 2022, 17:30

"Йәштәр һеҙгә тиңләшә"

Александр Доставалов исемендәге батальонды оҙатыу сараһы үтте.

"Йәштәр һеҙгә тиңләшә""Йәштәр һеҙгә тиңләшә"
"Йәштәр һеҙгә тиңләшә"

14 июлдә Шишмә районындағы “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркында Рәсәй Геройы, гвардия майоры Александр Доставалов исемендәге ирекмәндәр батальонын тантаналы оҙатыу сараһы үтте. Әҙерлек үткәндән һуң бүлексә махсус хәрби операция бурыстарын үтәүгә тотонасаҡ.

Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте һәм Дәүләт Йыйылыш – Ҡоролтай вәкилдәре, хәрбиҙәрҙең ветерандар ойошмалары етәкселәре, кадет класы уҡыусылары ҡатнашты.

Мәғлүм булыуынса, “Диңгеҙ пехотаһы һәм Хәрби диңгеҙ флоты спецназы” йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре быйыл майҙа ирекмәндәр батальонын төҙөү тәҡдиме менән сыҡҡайны.  

Республикала төҙөлгән тәүге бүлексә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны булды. Ул май айында әҙерлек үтеүгә юлланды. Тыуған илде һаҡларға теләгәндәр күп булыуға бәйле икенсе ирекмәндәр батальоны төҙөлдө. Ул Рәсәй Геройы, хәрби һәм тыныслыҡ урынлаштырыу операцияларында ҡатнашҡан Александр Доставалов исемен йөрөтә. Бынан тыш, Ишембай ҡалаһындағы Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусына ла Александр Доставалов исеме бирелгән.

Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлгән бүлексә етәкселегенә Александр Доставалов исемендәге Башҡорт батальоны байрағын тапшырҙы һәм изге теләктәрен еткерҙе.

– Хөрмәтле иптәштәр! Ҡәҙерле дуҫтар, яҡташтар! Бөгөн беҙ хәрби хәрәкәткә икенсе башҡорт батальонын оҙатабыҙ. Ул Рәсәй Геройы, гвардия майоры Александр Доставалов исемен йөрөтә. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон менән бергә беҙҙең туғандаш халыҡҡа ярҙам итергә китәһегеҙ. Бөгөн беҙҙең меңәрләгән егеттәр, шул иҫәптән Башҡортостандан, геноцидҡа ҡаршы көрәшә, Донбасс халҡын һәм үҙебеҙҙең Ватанды һаҡлайҙар. Уларға һеҙҙең ярҙам бик кәрәк. Бөтәгеҙ ҙә хәрби әҙерлек үттегеҙ, күптәрегеҙ хәрби тәжрибәгә эйә. Бөгөн Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы үҫмерҙәре һәм юнармиясылар менән бергә тантаналы маршта үтәсәкһегеҙ. Улар һеҙгә тиңләшә һәм ғорурлана. Ышаныстарын аҡларға тырышығыҙ! – тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә барлыҡ ярҙам төрҙәре күрһәтеләсәге тураһында белдерҙе һәм хәрби бурыстарын үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Башҡортостандың хәрби комиссары, полковник Михаил Блажевич яугирҙәргә уңышлы әҙерлек үтеүҙәрен теләне. Шулай уҡ оҙатыу сараһында Рәсәй Геройы, генерал-майор Умарпаша Ханалиев ҡатнашты.

Фото: республика Башлығының рәсми сайты.

"Йәштәр һеҙгә тиңләшә"
"Йәштәр һеҙгә тиңләшә"
"Йәштәр һеҙгә тиңләшә"
"Йәштәр һеҙгә тиңләшә"
"Йәштәр һеҙгә тиңләшә"
"Йәштәр һеҙгә тиңләшә"
"Йәштәр һеҙгә тиңләшә"
"Йәштәр һеҙгә тиңләшә"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас