Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Июль 2022, 10:00

65 йәшлек ир ғәйепле тиҙәр...

Бөгөн төнгө аварияла 38 йәшлек ир һәләк булды.

65 йәшлек ир ғәйепле тиҙәр...65 йәшлек ир ғәйепле тиҙәр...
65 йәшлек ир ғәйепле тиҙәр...

Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ районындағы кеше ғүмерен өҙгән авария юл хәрәкәте ҡағиҙәһен тупаҫ боҙоу арҡаһында булған.

Бөгөн төндә Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 143-сө саҡрымында Салауат ҡалаһынан 65 йәшлек ир “Nissan Pathfinder” автомобилендә ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм “ВАЗ-2115” автомобиле менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә “ВАЗ-2115” автомобилендәге 37 йәшлек водитель (Ырымбур өлкәһенән) медицина ярҙамы килгәнсе һәләк була.

Мәғлүм булыуынса, Салауат ҡалаһынан булған водитель, алда барған машинаны уҙам тип, ҡаршы сығыу тыйылған урында күрше һыҙатҡа сыға һәм тиҙлекте көсәйтә, әммә алдағы машинаны уҙа алмай, шул уҡ ваҡытта үҙенең һыҙатына ла кире күсеп өлгөрмәй. Һөҙөмтәлә ҡаршы хәрәкәт иткән автомобилгә бәрелә һәм бер ғәйепһеҙ кешенең ғүмерен өҙә.

Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, ҡаршы һыҙатҡа сығыу юлда һәләк булған һәр өсөнсө кешенең үлеменә сәбәпсе.

– Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булған һәр өсөнсө кеше ҡаршы һыҙатҡа сығыу арҡаһында үлә. Быйыл алты айҙа республикала ошондай 73 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 41 кеше һәләк булған һәм 122-һе йәрәхәтләнгән.

Һәр водитель юлда ҡаршы һыҙатҡа сығыу ниндәй эҙемтәләргә килтергәнен аңларға тейеш. Ғәҙәттә, бындай еңел ҡараш бик ҡиммәткә төшә, ҡайһы саҡта ғүмер менән хушлашырға тура килә. Бындай осраҡта тәртип боҙоусылар ғына түгел, ә тирә-яҡтағылар ҙа зыян күрә, – тип уртаҡлаша Владимир Севастьянов социаль селтәрҙәге диуарында.     

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлдарында кеше ғүмерен өҙгән авариялар көн дә тиерлек теркәлә. Мәҫәлән, уҙған тәүлектә лә, 14 июлдә, бер кеше һәләк булды һәм һигеҙ кеше йәрәхәт алды.

Шул иҫәптән, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуға бәйле 1400 осраҡты асыҡлаған, эсеп рулгә ултырған 24 водителде тотҡан, әйткәндәй, уларҙың икәүһе "һуҡмыш" килеш икенсе тапҡыр эләккән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ял һәм байрам көндәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй. Был республика юлдарында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын асыҡлау, эскән водителдәрҙе аулау, республика юлдарында авариялар һанын кәметеү маҡсатында күрелгән сара булып тора. Әммә үҙебеҙ юл хәрәкәте ҡағиҙәһен теүәл үтәмәһәк, күңелһеҙ хәлдәрҙән инспекторҙар ғына аралап ҡала алмаясаҡ. Шуға ла һәр водитель кеше ғүмере өсөн яуаплы булыуын онотмаһын ине.

Юлдарығыҙ имен булһын, ялдарығыҙ матур үтһен!    

Фото һәм видеояҙма: @bash_gibdd

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас