Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Июль 2022, 06:30

Күскенселәргә ярҙам күрһәтелә

Республикала эш бар: 80 эш биреүсе 1,5 мең вакансия тәҡдим итә, ә 75-е – торлаҡ менән.

Күскенселәргә ярҙам күрһәтеләКүскенселәргә ярҙам күрһәтелә
Күскенселәргә ярҙам күрһәтелә

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, әле республикала Украинан, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан килгән 653 кеше йәшәй. Улар алты ваҡытлыса урынлаштырыу урынында, күпселектә ҡунаҡханаларҙа һәм шифаханаларҙа йәшәй.

3 июлдә килгән күскенселәрҙең һуңғы партияһы (бары 301 кеше) Өфөләге “Речные зори” шифаханаһында, Салауаттағы – “Урал”, Туймазылағы “Башҡортостан” ҡунаҡханаһында урынлаштырылған.

Күскенселәрҙе тәьмин итеү өсөн республика бюджетынан аҡса бүленгән, уның бер өлөшө федераль бюджеттан ҡапланасаҡ, тип хәбәр итәләр Хөкүмәттән.  

Мәжбүри күскенселәрҙең 10 мең һум күләмендә түләү алыуға хоҡуғы бар, ә бының өсөн банк иҫәбе асылған, уларға СНИЛС, ИНН бирелгән. Шулай уҡ кеҫә телефонына сим-карта таратылған. 138 граждан медицина полистары алған.

– Бөтә күскенселәр ҙә ваҡытлыса һыйыныу хоҡуғына эйә, бының өсөн документтар украин теленән руссаға тәржемә ителде һәм улар нотариуста раҫланды. Әле гражданлыҡ алырға теләгәндәрҙең өҫтәмә документтары тәржемә ителә, – тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәиф Әбдрәхимов.

Рәсәй гражданлығын алғандан һуң улар Рәсәй Федерацияһы граждандарына тейешле барлыҡ социаль ярҙам менән файҙаланасаҡ. Уларҙы юллауҙа Пенсия фонды, Халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге белгестәре ярҙам итәсәк. Шул иҫәптән был граждандар торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш, был ярҙам да ғәмәлдәге ҡануниәт нигеҙендә ғәмәлгә ашырыласаҡ, тип аңлаттылар республика Хөкүмәтендә.

Килгән көндән үк ҡасаҡтарға кейем, шәхси гигиена әйберҙәре, дарыу бирелә. Яңы уҡыу йылына уҡыусылар кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителә, уҡыу ваҡытында – йылы аш менән.

Әлеге мәлгә 58 күскенсе эшкә урынлаштырылған, тағы ла 283 кешегә вакансиялар эҙләйҙәр, шул иҫәптән торлаҡ. Республикала эш бар: 80 эш биреүсе 1,5 мең вакансия тәҡдим итә, ә 75-е – торлаҡ менән.

Мәғлүм булыуынса, мартта Луганск Халыҡ Республикаһының Петровский ҡалаһының 22-се мәктәбенән әүҙем һәм яҡшы өлгәшкән уҡыусылар Өфөгә килде. Апрелдә баш ҡалабыҙ Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан 306 кешене ҡаршыланы. 7 июндә республикаға Луганск Халыҡ Республикаһынан 199 бала ял итергә килде.

Фото: Башинформ.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас