

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән берлектә Дәүләт хеҙмәттәре порталында “Рәсәйҙән сығыуҙы сикләүҙе алыу юлы” сервисын ғәмәлгә индерҙе.
Сервис бурыслы граждандарға яңы мәғлүмәт сараһы аша шәхси кабинеттың төп битендә илдән сығыу тыйылыуы хаҡында мәғлүмәт алыу мөмкинлеген бирә. Өҫтәмә дәүләт хеҙмәте “һанлы башҡарыу эше” суперсервисын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә эшләнгән.
Сит илгә сығыуҙы сикләү тураһындағы мәғлүмәттән тыш, “Башҡарыу эше барышы” сервисында суд приставы тарафынан күрелгән саралар тураһында ла белергә мөмкин.
Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте сервисы граждандарға булған бурыстар һәм сикләүҙәр тураһында ғына түгел, ә бурысты ҡаплау буйынса сара күреү мөмкинлеген дә бирә. Сит илгә сығыу мөмкинлеге суд ҡарарҙарының үтәлешенә бәйле.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, суд ҡарарҙары буйынса бурыс күләме 30 мең һум булһа, сит илгә сыға алмаясаҡһығыҙ. Шулай уҡ алимент буйынса йәки енәйәти ҡылыҡтар арҡаһында килтерелгән әхлаҡи зыян күләме 10 мең һум булһа, бындай бурыслыларға ла сит илгә юл ябыласаҡ.
Бурыслы граждан башҡарыу документын ирекле үтәүгә бирелгән ике айҙа үтәмәһә, суд приставы 10 мең һумдан күберәк бурысы булған кешегә сит илгә сығыуҙы тыйыу хоҡуғына эйә.
– Йыл башынан Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының суд приставтары тарафынан 716 меңдән ашыу бурыслы кешене сит илгә сығыуы ваҡытлыса сикләнде. Был сара 321461 башҡарыу эше сиктәрендә күрелде, – тип белдерҙеләр Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: ufa.rbc.ru.