Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Июль 2022, 09:30

Владимир Путин Тегеранға бара

Эш сәфәренең маҡсаты илебеҙ именлеген тәьмин итеүгә, донъя кимәлендә мөһим мәсьәләләрҙе яйға һалыуға йүнәлтелгән.

Владимир Путин Тегеранға бараВладимир Путин Тегеранға бара
Владимир Путин Тегеранға бара

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн Тегеранға бара. Ул өс раундта ике яҡ һөйләшеүҙәр үткәрәсәк һәм Сүриәләге хәлдәрҙе көйләү йәһәтенән гарант булған өс ил саммитында ҡатнашасаҡ.

Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков хәбәр итеүенсә, Владимир Путин көндөҙ Тегеранға килеп, эш сәфәрен Иран Президенты Эбрахим Раиси менән осрашыуҙан башлаясаҡ. Һуңынан Ирандың дини лидеры һәм етәксеһе Али Хаменеи менән күрешеү ҡаралған.

Кремль вәкиле Иранды Рәсәйҙең мөһим уҙаҡташы тип атаны, сөнки илдәр араһында дуҫтарса мөнәсәбәттең күп быуатлыҡ тарихы бар, төрлө йүнәлештәрҙә лә һөҙөмтәле үҫешәләр. Юрий Ушаков белдереүенсә, Мәскәү һәм Тегеран ике яҡлы хеҙмәттәшлекте яңы – стратегик уҙаҡташлыҡ кимәленә күтәрергә уйлай, шуға ла яңы дәүләт-ара килешеү әҙерләнә. Илебеҙгә ҡарата санкциялар көсәйгән ваҡытта Рәсәй – Иран хеҙмәттәшлеген үҫтереү мөһим. Ошо нигеҙҙә 2022 йылда Иран менән Евразия иҡтисади союзының ирекле сауҙа биләмәһе тураһында даими килешеү төҙөү ҙә ҡаралған, ул ваҡытлыса килешеүҙе алмаштырырға тейеш.

Ядер килешеүе буйынса һөйләшеүҙәр мөһим мәсьәлә булып тора, унда Рәсәй ҙә, ислам республикаһы ла килешеүҙең тәүге төрөндәге эшмәкәрлеген тергеҙеү өсөн сығыш яһай. Ике ил етәкселәре осрашыуында халыҡ-ара һәм төбәк хәүефһеҙлеге буйынса ике яҡлы эшмәкәрлек буйынса фекер алышыуҙар ҡаралған.

Владимир Путин Төркиә Президенты Реджеп Тайип Эрдоган менән осрашасаҡ. Улар ҙа ике ил араһындағы хеҙмәттәшлеккә бәйле мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ – халыҡ-ара хәлдәргә ҡағылышлы, шул иҫәптән Украинаға бәйле хәлдәрҙе, шулай уҡ “Украина игене”н сығарыу буйынса ла. Ил етәкселәре Сүриә тирәһендәге мәсьәләгә лә туҡталасаҡ, Төркиә менән Әрмәнстан мөнәсәбәттәрен көйләүҙе лә ҡарарға йыйыналар.

Ғөмүмән, Рәсәй Президентының Тегеранға эш сәфәре бик тығыҙ буласаҡ, ул илебеҙ именлеген тәьмин итеүгә, донъя кимәлендә мөһим мәсьәләләрҙе яйға һалыуға йүнәлтелгән.

Фото: news.myseldon.com.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас