

Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә Тегеранда Сүриәләге хәлдәрҙе көйләү йәһәтенән гарант булған өс ил саммитында ҡатнашты һәм уның файҙалы, йөкмәткеле үтеүен билдәләне. Осрашыу һөҙөмтәһендә берҙәм белдереү ҡабул ителде.
– Дәүләттәр башлыҡтары осрашыуы – Сүриәләге хәлдәрҙе көйләү йәһәтенән гарант булған өс ил саммиты, ысынлап та, файҙалы һәм бик йөкмәткеле булды. Эшлекле, конструктив мөхиттә Раиси һәм Эрдоган әфәнделәр менән Сүриә буйынса беҙҙең хеҙмәттәшлектең мөһим шарттарын ентекле тикшерҙек, – тине Рәсәй Президенты.
Өс ил етәксеһе ҡабул иткән берҙәм белдереүҙә түбәндәге ҡарарҙар ҡабул ителде:
– Сүриәләге көрсөктө көйләүҙә “Астана” форматының мөһимлеге билдәләнде;
– Израилдең Сүриәгә, шул иҫәптән граждандар объекттарына туҡтауһыҙ һөжүм итеүен ғәйепләнеләр;
– Сүриә көрсөгөнөң тик урындағы халыҡ тарафынан һәм тыныс юл менән көйләнәсәген раҫланылар; Сүриәгә ҡаршы бер яҡлы бар санкцияларҙы кире ҡаҡтылар;
– Сүриәләге төрлө исемдәр аҫтында эшмәкәрлек алып барған террорсылар менән көрәшеүҙе дауам итеүҙе раҫланылар.
Владимир Путин Рәсәй, Иран һәм Төркиә президенттарының берҙәм белдереүе Сүриәлә тулыһынса тыныслыҡ урынлашыуына ярҙам итеренә ышана. Шулай уҡ ул Иран һәм Төркиә президенттарын Рәсәйҙә уҙасаҡ сираттағы саммитҡа саҡырҙы.
Владимир Путин Иран һәм Төркиәләге уҙаҡташтарына йөкмәткеле, һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр, ә Иран Президентына ҡунаҡсылыҡ, яҡшы осрашыу ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Киләһе осрашыу йыл аҙағында үтәсәк, тип белдерҙе Рәсәй Президенты.
Фото: yakutsk.ru.