Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Июль 2022, 08:54

“Аңлатабыҙ, яҡлайбыҙ”

Тәжрибәле юристар үҙҙәрен һыуҙағы балыҡтай тоя.

Нәсих Хәлисов.Нәсих Хәлисов.
Фото:Нәсих Хәлисов.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет составына үҙгәрештәр индереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Совет ағзалары исемлеге лә яңыртылды. Шуларҙың береһе Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Рауль Мәғрүф улы Хәлфингә медицина берләшмәһе менән эшләү, медицина персоналының хоҡуҡтарын яҡлау буйынса һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 

– Рауль Мәғрүф улы, һеҙҙең иңгә һалынған бурыстар тағы һәлмәкләнә төштө булһа кәрәк. Профсоюз ойошмалары ҡатмар­лы үҙгәрештәр заманында ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирәсәк?

– Хәҙер тәүге профсоюз ойошмалары бөтә дауаханаларҙа, по­лик­линикаларҙа, шифаханаларҙа, колледждарҙа, фармация предприятиеларында бар. Элек бер аҙ һүнә-һүрелә барған профсоюз тормошо йәнләнде, хатта шәхси клиника коллективтары ла профоюзға берләшеү яғында. Хәҙерге заманда корпоратив мәҙәнилек бик мөһим. Ул эш биреүсе һәм коллектив араһында теге йәки был мәсьәләне тикшереү, һөйләшеп килешеү аша яйларға ярҙам итә, ике яҡ өсөн дә алтын урталыҡты табыуҙа мөһим нигеҙ булып тора. Мәҫәлән, былтыр бер дауахана етәксеһе хеҙмәткәр­ҙәренең хеҙмәт хаҡын “киҫергә” мәжбүр булған. Тәүге профсоюз ойошмаһы беҙгә, коллектив менән кәңәшләшкәндән һуң, өҫтәмә килешеү төҙөп килтерҙе. Эш хаҡының кәметелеүе тағы ла бер нисә дауаханала күҙәтелде. Ни өсөн тигәндә, медицина учрежде­ниеларының сығымдары артҡан, пландар үтәлмәй, пациенттар ағымы кәмегән. Финанс мөмкин­лектәре сикләнгәндә, өҫтәмә түләүҙәрҙе биреү ауырлаша, эш биреүсенең бурысы көндән-көн арта ғына бара. Был ҡаршылыҡлы хәлдең ҡырҡыу төҫ ала башлауын күрҙек. Һәм башҡа юлдан барырға булдыҡ. Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, Башҡортостан Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итеп, Мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса эшләгән медицина учреждениеларын милеккә һалымдан азат итеүгә өлгәштек. Был законға индерелде. Һөҙөмтәлә йөҙ миллион һум аҡса – өҫтәмә финанс сығанағы барлыҡҡа килде.

 

– Профсоюз ағзалары күпме хәҙер?

– Уларҙың һаны буйынса Рәсәйҙә Мәскәүҙән ҡала икенсе урындабыҙ. 70 меңгә яҡын медицина хеҙмәткәре бөгөн профсоюз ағзаһы булып тора. Был бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең 78,2 проценты тигән һүҙ. Бынан тыш, Башҡорт­остан дәүләт медицина университеты һәм медицина колледждары студенттары профсоюз ойошма­һында тора. Был кадрҙарҙы үҫте­реү, уларҙың әүҙемлеген арттырыу, ойоштороу һәләтенә эйә булған­дарын етәкселеккә һайлап ҡуйыу өсөн дә файҙалы. Тәүге профсоюз ойошмаһы рәйесе, бүлек мөдире Эдуард Камаловты миҫалға килтерер инем. Хәҙер йәш, оҫта ойоштороусы, халыҡ менән эшләй белгән белгес һәм йәмәғәтсе дауахана етәксеһе итеп үрләтелде.

 

– Рауль Мәғрүф улы, һеҙҙең эшмәкәрлек киң ҡоласлы, бер нисә йүнәлештә – хеҙмәтте һаҡ­лау, ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеү, профсоюз ағзалары балаларының йәйге ялын ойоштороу, коллектив договорҙарҙы әҙерләү, медицина хеҙмәткәрҙә­ренең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса даими эш алып бараһығыҙ. Моғайын, уларҙың араһында айырыуса ҙур ҡәнәғәтлек тыуҙырғандары ла барҙыр...

– “Ашығыс медицина ярҙамы” хеҙмәтенең 300 хеҙмәткәренә төнгө ваҡытта эшләгән өсөн өҫтәмә түләүҙе арттыра алыуыбыҙ менән ҡәнәғәтмен. Өс меңгә яҡын кеше исемле профсоюз сертификаты менән тәьмин ителде. Һәр профсоюз ағзаһы ковидтан страховкаланды, сирҙе ауыр үткәргәндәргә шифаханала ял итеү өсөн сертификаттар тапшырылды. Беҙҙең эштә ваҡ-төйәк мәсьәлә юҡ, аҡ халатлыларҙың һаулығына, тормошона ҡағылған һәр һорау мөһим, сөнки уларҙың һөнәре хәүефле, тәүәккәллек, оперативлыҡ талап итә.

Тармаҡта киҫкен йүнәлештәр етерлек, әммә иң ҡатмарлы тигәнен дә яйлап, аңлашып хәл итеп була. Сибай ҡала дауаханаһының ашы­ғыс медицина ярҙамы бүлегенең саҡырыуҙарҙы ҡабул итеү фельд­шер­ҙарына Социаль страховка фонды тарафынан COVID-19 ин­фек­цияһы менән эшләгән өсөн махсус социаль түләүҙәр башҡа­рылмаған. 2021 йылдың апрелендә үк беҙҙең мөрәжәғәткә Рәсәй Хеҙ­мәт һәм социаль үҫеш министр­лығы “махсус социаль түләүҙәрҙе ашығыс медицина ярҙамының саҡырыуҙарҙы ҡабул итеү фельд­шерҙары, эшләгән ваҡыт күләменән сығып, норматив смена һанына ҡарап, алырға тейеш” тигән аңлат­ма бирҙе. Ул бөтә эш биреүселәргә еткерелде, әммә ҡайһы бер урындарҙа талап үтәлмәне. Профсоюз юристары, Башҡортостан Юғары судына барып етеп, Туймазы үҙәк район дауаханаһының саҡырыуҙарҙы ҡабул итеү буйынса фельдшер­ҙарының түләүҙәргә хоҡуғын иҫбатлай алды. Сибайҙа уны башҡа юл менән раҫланылар – Хеҙмәт бәхәстәре буйынса комиссия аша. Профсоюз өсөн бөтә фельдшерҙарҙы түләүҙәр менән тәьмин итеү һәм уларҙы өҫтәмә суд сығымдарынан, штраф санкцияларынан ҡотолдороу мөһим булһа, дауахана етәкселегенә фельдшерҙарға түләүҙәр өсөн ныҡлы нигеҙле сәбәп кәрәк. Хеҙмәт бәхәстәре буйынса комиссия ултырышында тауыш биреү һөҙөмтә­һендә профсоюз талабы ҡәнәғәт­ләндерелде. Комиссия ҡарарын Социаль страховка фонды бер нисә тапҡыр тикшерҙе һәм түләү­ҙәрҙән баш тартыу өсөн нигеҙ юҡлығын белдерҙе. Шулай итеп, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының саҡырыуҙарҙы ҡабул иткән 19 фельдшеры һәм шәфҡәт туташы­ның Социаль страховка фонды сығымдары иҫәбенә махсус социаль түләүҙәр алыуға хоҡуғы тергеҙелде. Был уңыш – профсоюз ойошмаһының эш биреүсе менән берлектәге ҙур хеҙмәте һөҙөмтәһе.

 

– Профсоюз юристары медицина хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡ­тарын судта ла яҡлай. Айырыу­са льготалы пенсия алыуҙы тергеҙеүе еңел эш түгелдер?

– Медицина хеҙмәткәренең эшмәкәрлеге йыш ҡына хәүеф менән тығыҙ бәйле. Төрлө кимәлдәге бәләгә тарығандарҙы судтарҙа яҡлау, юридик йәһәттән, суд сығымдарын түләүҙә ярҙам итеү – беҙҙең тәү сираттағы буры­сыбыҙ. Шулай уҡ ташламалы пенсияға хоҡуғы булғандарға унан файҙаланыуҙа мотлаҡ ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. 170 профсоюз ағзаһына льготалы пенсия түләттереүгә өлгәшелде. Мәҫәлән, Салауат ҡа­лаһында Пенсия фонды идара­лығы бүлеге ашығыс медицина ярҙамы фельдшерына ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләүҙән баш тарта. Пенсия стажына квалификацияны камиллаштырыу курстарында уҡыу осоро индерелмәгән, шулай уҡ хеҙмәттә үҙгәртеп ҡороуҙар барған ваҡыт арауығы иҫәпкә алынмаған. Юристарыбыҙ Салауат ҡала судына дәғүә ғаризаһы әҙерләне, хеҙмәттәге үҙгәртеп ҡороуҙарҙың Рәсәй һәм Башҡортостан Хөкүмәттәре ҡарар­ҙарына ярашлы икәнлеген иҫбат­ланы. Ишембай һәм Салауат ҡала­ларында Пенсия фонды менән барған бер юлы дүрт бәхәсле эштә профсоюз адвокаты Гөлнара Усманова ҡатнашты. Пенсия фон­дының медицина стажын таныуҙы кире ҡағыу тураһындағы ҡарарына суд тәртибендә дәғүә бирелде. Бер осраҡта профсоюз ағзаһының хеҙмәт кенәгәһенә, адвокаттың эште грамоталы алып барыуы һөҙөмтәһендә, тейешле яҙма индерелде. Шулай итеп, медицина стажы йылдарын тергеҙергә мөмкин булды. Артабанғы аҙым – хеҙмәткәр өсөн ваҡытынан алда пенсияны тәғәйенләүгә өлгәшеү.

 

– Ни өсөн проблеманы профсоюз ойошмаһы ярҙамында хәл итеү мөһим?

– Беренсенән, профсоюз юрис­тары медицина хоҡуҡтары буйынса махсуслашҡан, шуға күрә улар иң ҡатмарлы осраҡтарҙа ла үҙҙәрен һыуҙағы балыҡтай тоя. Уларҙың күп йыллыҡ тәжрибәһендә – йөҙәр­ләгән отошло эш. Икенсенән, профсоюз юристары эш биреүсе һәм пациенттар менән бер нисек тә бәйләнмәгән, уның иғтибары профсоюз ағзаһының мәнфәғәт­тәрен яҡлауға йүнәлтелгән. Өсөнсөнән, юридик ярҙам профсоюз ағзалары өсөн түләүһеҙ. Профсоюз ойош­маһы иң ҡатмарлы тойолған мәлдәрҙә лә мотлаҡ ярҙамға киләсәк.

-   Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас