Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Июль 2022, 05:15

Дмитрий Дудкоға яуаплы вазифа йөкмәтелде

Ул ниндәй мәсьәләләр менән шөғөлләнәсәк?

Дмитрий Дудкоға яуаплы вазифа йөкмәтелдеДмитрий Дудкоға яуаплы вазифа йөкмәтелде
Дмитрий Дудкоға яуаплы вазифа йөкмәтелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән Дмитрий Дудко Донецк Халыҡ Республикаһында, Луганск Халыҡ Республикаһында һәм аяҡҡа баҫтырыуға, халыҡтың йәшәйешен тәьмин итеүгә мохтаж булған башҡа биләмәләрҙә халыҡтың йәшәйешен тәьмин итеү һәм инфраструктура объекттарын аяҡҡа баҫтырыу мәсьәләләре буйынса республика Башлығының махсус вәкиле итеп тәғәйенләнде.

Дмитрий Викторович Дудко 1971 йылдың 11 декабрендә Өфөлә тыуған. Өфө технология сервис институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостандың төҙөлөш комплексы ойошмаларында башлай.

Төрлө йылдарҙа “Клариса” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә коммерция директоры, “Гранитмраморстрой” йәмғиәтендә директор урынбаҫары, “ТехСтройПласт” йәмғиәтендә төҙөлөш буйынса директор, “Иҫке Кремль” йәмғитендә техник директор, “Медикал Групп” йәмғиәте етәксеһе була.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас