Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Июль 2022, 12:35

Милеккә хоҡуғыңды ваҡытында теркә!

2022 йылдың беренсе ярты йыллығы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан күсемһеҙ милек буйынса килешеүҙәр һаны буйынса ТОП-3 төбәктәр исемлегенә инде.

Милеккә хоҡуғыңды ваҡытында теркә!Милеккә хоҡуғыңды ваҡытында теркә!
Милеккә хоҡуғыңды ваҡытында теркә!

Быйыл тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләренән күренеүенсә, милек буйынса килешеүҙәр,  объекттар менән эш итеүҙә сикләүҙәр, теркәлгән хоҡуҡтар, сикләүҙәр һаны буйынса Башҡортостан, Мәскәү өлкәһе һәм Краснодар крайынан һуң,  3-сө урынды биләй. Был турала 22 июлдә Ишембай ҡалаһында уҙғарылған күсмә киңәйтелгән коллегияла  Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец белдерҙе.

Росреестрҙың төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостанда күсемһеҙ милек объекттары кадастр иҫәбенә йышыраҡ ҡуйыла башлаған.

 “2022 йылдың тәүге ярты йыллығында дәүләт кадастр иҫәбен башҡарғанда иҫәп эшмәкәрлегенең үҫеше 121 процент тәшкил итте, идаралыҡ тарафынан 85 меңдән ашыу ошондай эш башҡарылды. Хоҡуҡтарҙы теркәү буйынса үткән йылдың 1-се ярты йыллығы менән сағыштырғанда бер аҙ кәмеү (4 процентҡа) күҙәтелә, идаралыҡ тарафынан быйыл 654 меңдән ашыу хоҡуҡтар, хоҡуҡтарҙы сикләү теркәлде”, - тине Петр Клец.

Төбәктә электрон формала алып барылған күсемһеҙ милекте иҫәпләү һәм теркәү буйынса күрһәткестәрҙең артыуы күҙәтелә. Ярты йыл эсендә 132 меңдән ашыу бындай ғариза ҡабул ителгән, был үткән йыл (124 мең)  менән сағыштырғанда 6 процентҡа күберәк. Дөйөм күләмде алғанда, уларҙың һаны 50 процент тәшкил итә, ә үткән йылдың ошо уҡ осоронда был күрһәткес 38 процентҡа ғына еткәйне. Ипотека электрон форматта 55 процент осраҡта теркәлә, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу 74 процентҡа тиң, был дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ.

- Был күрһәткестәрҙе үҫтереүҙе дауам итәсәкбеҙ, шул иҫәптән профберләшмәләр, кредит ойошмалары, власть органдары һәм бизнес менән бәйләнеш юлы аша, – тип билдәләне төбәк хеҙмәте етәксеһе.

Коллегияға почетлы ҡунаҡ итеп Ишембай  муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов саҡырылғайны. Ул күсемһеҙ милек реестры мәғлүмәттәренең сифатын һәм тулылығын күтәреү буйынса Росреестр, республиканың власть һәм урындағы үҙиадара органдарының ҙур эш алып барыуын билдәләне.

 
 - Ишембай районы был эшмәкәрлек буйынса иң яҡшы  күрһәткестәре булған өс муниципаль берекмә иҫәбенә инә. Әле бер йыл элек  беҙҙең район буйынса Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында  (ЕГРН) милекселәре билдәле булмаған 10 меңдән ашыу объект буйынса мәғлүмәт бар ине. Бөгөн был исемлек 39 процентҡа кәмене һәм 1,6 меңдән ашыу районыбыҙ кешеһе үҙенең хоҡуҡтарын теркәне. Тимәк, милеккә дәүләт яҡлауын тәьмин итте, - тине Азат Ишемғолов.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас