Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Июль 2022, 12:50

Намыҫһыҙ башҡарыусыларҙы ауыҙлыҡлау өсөн...

Кәңәшмәлә 250-нән ашыу заказсы ҡатнашты.

Намыҫһыҙ башҡарыусыларҙы ауыҙлыҡлау өсөн...Намыҫһыҙ башҡарыусыларҙы ауыҙлыҡлау өсөн...
Намыҫһыҙ башҡарыусыларҙы ауыҙлыҡлау өсөн...

22 июлдә Башҡортостандың Көнәркәшлек сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты онлайн форматта дәүләт һәм муниципаль заказсылар өсөн “Дәүләт һәм муниципаль һатып алыуҙарҙы үткәреүҙең үҙенсәлектәре. Намыҫһыҙ тәьмин итеүселәр реестрына индереүгә нигеҙ” темаһына семинар-кәңәшмә үткәрҙе.

Кәңәшмәлә 250-нән ашыу заказсы ҡатнашты, шул иҫәптән республика башҡарма власть органдарынан, муниципаль район берәмектәренән, шулай уҡ 44-ФЗ һәм 223-ФЗ буйынса заказсы булған ведомстволарға ҡараған учреждениеларҙан һәм ойошмаларҙан яуаплы кешеләр ҡатнашты.

– Дәғүәләр эшен алып барыу һәм башҡарыусыны (подрядсы, башҡарыусы) Намыҫһыҙ тәьмин итеүселәр реестрына индереү - контракт буйынса йөкләмәләрҙе үтәмәү хәүефен тәьмин иткән төп ҡоралдарҙың береһе булып тора. Был йүнәлештә ваҡытында һәм сифатлы эшләү заказсының юғалтыуын ҡапларға булышлыҡ итә һәм килешеү буйынса йөкләмәләрҙе урынына еткереп үтәүгә этәргес була, – тип билдәләне Гөлшат Марат ҡыҙы Арыҫланова.

Кәңәшмә барышында һатып алыуҙа ҡатнашыусыларға талаптар ҡуйыу, заказсының килешеүҙе өҙөүгә нигеҙе һәм уны башҡарыу тәртибенә ҡағылышлы һорауҙар ентекле ҡаралды. Шулай уҡ 44-ФЗ һәм 223-ФЗ закондары сиктәрендә заказды үтәүсе тураһында мәғлүмәтте Намыҫһыҙ тәьмин итеүселәр реестрына индереүгә нигеҙ биргән исемлек әйтеп үтелде.     

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас