Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Июль 2022, 15:00

"Әсәйемә операция эшләүҙәрен һорайым"

Донбасстан килгән мәжбүри күскенселәрҙе ниндәй мәсьәләләр борсой?

"Әсәйемә операция эшләүҙәрен һорайым""Әсәйемә операция эшләүҙәрен һорайым"
"Әсәйемә операция эшләүҙәрен һорайым"

Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың Хәл-торош үҙәге етәксеһе Римма Үтәшева “Сәләмәт киләсәк” федераль партия проекты нигеҙендә Өфө ҡалаһындағы “Речные зори” ваҡытлыса йәшәү пунктында граждандарҙы ҡабул итте.

Донбасстан килгән 26 мәжбүри күскенсе депутатҡа үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Улар төрлө йүнәлештә ине: һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, эшкә урынлашыу, документтар юллау һ.б. Мәҫәлән, Донецкиҙан Евгения Чванова өс кешенән торған ғаиләгә гражданлыҡ алыуҙа ярҙам итеүҙе һораны, уларҙың түләүле медицина комиссияһын үтеүгә аҡсалары юҡ. Римма Үтәшева Федераль медицина страховкалау фондына ғаиләгә ваҡытлыса танытмалар биреүҙе ойоштороуҙы, шулай уҡ страховка компанияһына документтарҙы тиҙерәк әҙерләү өсөн ҡасаҡтарҙың ваҡытлыса йәшәү урынына сығырға ҡушты. Евгения Волошина ҡара ҡылау һәм шәкәр диабеты менән сирләгән әсәһе Ирина Николаевнаға операция эшләүҙәрен һораны. Депутат ҡушыуы буйынса, Өфөнөң 8-се дауаханаһы баш табибы был мәсьәләне контролгә алды, ә Башҡортостандың Хәл-торош үҙәге һәм Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре Ирина Волошинаға пенсия юллау менән шөғөлләнәсәк.

Римма Үтәшева ҡабул итеүҙе көнө буйы алып барҙы һәм һәр мөрәжәғәт итеүсегә ярҙам итте. Мәсьәләләрҙең бер өлөшө урында уҡ ғәмәлгә ашырылһа, бер өлөшө яуаплы кешеләргә йөкмәтелде, ә уларҙың хәл ителешен депутат күҙәтеү аҫтында тотасаҡ.

– “Берҙәм Рәсәй” партияһы Донбасс халҡына ҙур ярҙам күрһәтә: Башҡортостан 16 колонна гуманитар йөк, дүрт бригада медицина хеҙмәткәрҙәрен оҙатты, ә беҙ урындарҙа халыҡты ҡабул итергә тейешбеҙ. Бер нисә көн алда “Связист” ваҡытлыса йәшәү пунктында булдым, ә бөгөн “Речные зори”ға килдем, унда 201 кешенән, уларҙың 63-ө балалар, торған мәжбүри күскенселәрҙең яңы партияһы урынлашты. Тәжрибәмдән сығып әйтәм, кешеләрҙе күберәк медицинаға ҡағылышлы һорауҙар борсой, уларҙы хәл итеү өсөн ваҡытлыса йәшәү пунктын Өфө ҡалаһының 8-се дауаханаһын беркеттек, – тип бәйән итте Римма Әмир ҡыҙы.

Ваҡытлыса йәшәү пункттарында граждандарҙы ҡабул итеү, быға кешеләрҙең мохтаж булыуына бәйле, артабан да дауам итәсәк: ҡасҡындарҙың яңы урында хәл итәһе мәсьәләләре күп, улар хәстәрҙе тойһон өсөн ярҙам ҡулы һуҙыу мөһим.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас