Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Август 2022, 17:00

“Һеҙҙең менән осрашыу мөһим ине...”

Республика етәксеһе Шайморатов батальоны яугирҙәре менән аралашты. Улар Башҡортостан Башлығынан нимә хаҡында һораны? 

“Һеҙҙең менән осрашыу мөһим ине...”“Һеҙҙең менән осрашыу мөһим ине...”
“Һеҙҙең менән осрашыу мөһим ине...”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡортостан  мотоуҡсылар батальонының хәрби әҙерлек урынында булды. Республика етәксеһе яугирҙәр менән аралашты һәм уларға махсус хәрби операция бурыстарын үтәүҙә уңыштар теләне.

Полигонға сәфәр барышында Башҡортостан Башлығы тактик занятиеларҙа булды, яугирҙәрҙең йәшәү шарттары менән танышты, шулай уҡ ирекмән-яугирҙәргә теләктәрен еткерҙе.

– Һеҙ бында бер айға яҡын инде һәм оҙаҡламай әҙерлекте тамамлаясаҡһығыҙ. Эштең бик етди барғанын күрәбеҙ. Бында профессиональ белгес-командирҙар һәм хәрби шарттарға яраҡлаштырылған урын әҙерләнгән, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙҙең өсөн һеҙҙең менән осрашыу мөһим ине, һеҙгә нимә кәрәклеген һәм ниндәй теләктәрегеҙ барлығын белге килде.

Аралашыу барышында яугирҙәр төбәк етәксеһенән уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙәрен һораны.

– Был минең бурысым һәм шәхси яуаплылығым, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ мотлаҡ һеҙҙең туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ярҙам итәсәкбеҙ, һеҙҙең әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы бергәләп көтәсәкбеҙ.

Хәрбиҙәр махсус операция тамамланғандан һуң да Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонды тарҡатмауҙы һораны.

– Был ҡыҙыҡлы фекер, беҙ мотлаҡ һеҙҙең тәҡдим тураһында уйларбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Билдәле булыуынса, республикала шулай уҡ Рәсәй Геройы, гвардия майоры Александр Доставалов исемендәге Башҡортостан батальоны ойошторолдо. Ул июль айында хәрби әҙерлек башланы.

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/156298.html

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас