Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Август 2022, 04:20

Иң ҙур байлығыбыҙ – ер

Уны һаҡсыл файҙаланыу – һәр кемдең бурысы.

Ер участкаларын бүлеү, ҡуртымға алыу тураһында һорауҙар йыш яңғырай. Үҙ хужалығында йәшәгән кешегә ерҙең һәр аршины ҡәҙерле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был өлкәлә закон боҙоу осраҡтары ла бик күп. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы саҡта граждандар закон боҙоуҙары тураһында белмәй ҙә ҡала.

Ниндәй осраҡта ер участкаһы тартып алыныуы йәки уның өсөн штраф һалыныуы ихтимал? Ер хужалары йышыраҡ ниндәй хаталар менән осраша һәм уларҙы нисек булдырмаҫҡа?

Ер биләмәһе булғандарҙың билдәле бурыстары бар. Әгәр улар закон тарафынан күрһәтелгән бурыстарҙы үтәмәһә, штраф алырға, хатта участкаһынан ҡолаҡ ҡағырға мөмкин. Һеҙҙең иғтибарығыҙҙы ер закондарын айырыуса киң таралған боҙоу осраҡтарына йүнәлтәбеҙ һәм уларҙы нисек булдырмаҫҡа икәнен аңлатабыҙ.

Түбәндәге хоҡуҡ боҙоу төрҙәре, “Росреестр” мәғлүмәттәре буйынса, ер закондарын һанламауҙың иң киң таралған осраҡтары һанала:

  1. Ер участкаһын үҙ белдегең менән биләү (йәғни тейеш булмаған ерҙән файҙаланыу). Әгәр участка сиктәре кадастр картаһы мәғлүмәттәре менән тура килмәһә, хужаға законһыҙ рәүештә биләгән ерҙе азат итеү тураһында күрһәтмә бирелә. Бынан тыш, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 7.1-се статьяһына ярашлы, ер участкаһының кадастр хаҡы билдәләнмәгән осраҡта, граждандарға – ер участкаһының кадастр хаҡының 1-1,5 процентына ҡәҙәр, әммә биш мең һумдан да кәм булмаған күләмдә; вазифалы кешеләргә – ер участкаһының кадастр хаҡының 1,5-2 процентына ҡәҙәр; ә юридик берәмектәргә – кадастр хаҡының 2-3 процентына ҡәҙәр, әммә йөҙ мең һумдан да кәм булмаған; кадастр хаҡы билдәләнгәндә граждандарға – биш меңдән ун мең һумға, вазифалы кешеләргә – 20 меңдән 50 мең һумға; юридик берәмектәргә 100 меңдән 200 мең һумға ҡәҙәр штраф ҡаралған.
  2. Ерҙе маҡсатҡа яраҡһыҙ файҙаланыу – ул участка өсөн билдәләнгән маҡсатлы билдәләнеште һәм рөхсәт ителгән файҙаланыу төрөн үтәмәү. Мәҫәлән, хужалыҡ алып барыр өсөн бирелгән участкала кибет йәки автосервис асыу – закон боҙоу. Ҡайһы саҡта ер участкаһы милекселәре йә иһә ҡуртымға алыусылар ерҙең билдәле бер контроль аҫтындағы һәм дәүләт һаҡлауындағы тәбиғи объект булыуы фактына айырым әһәмиәт бирмәй. Ер участкаларын тейешле маҡсатта файҙаланмау факттары “Росреестр”ҙың Рәсәй Федерацияһы төбәктәре буйынса идаралығының вазифалы кешеләре тарафынан тикшереү барышында, шулай уҡ ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең мөрәжәғәттәрен ҡарағанда асыҡлана. Ер участкаһын тейешле маҡсатта файҙаланмау факттары буйынса теләһә ҡайһы физик йә иһә юридик берәмек күсемһеҙ милек объектының урынлашыу урыны буйынса төбәктәге “Росреестр” идаралығына ғариза йә иһә мөрәжәғәт яҙа ала. Ер участкаһын маҡсатһыҙ файҙаланған өсөн яуаплылыҡ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 8.8-се статьяһы нигеҙендә, ер участкаһын маҡсатһыҙ файҙаланған өсөн административ штраф һалыу ҡаралған:

– ер участкаһының кадастр хаҡы билдәләнгән осраҡта: граждандарға – ер участкаһының кадастр хаҡының 0,5-1 процентына ҡәҙәр, әммә 20 мең һумдан да кәм булмаған күләмдә; юридик берәмектәргә – кадастр хаҡының 1,5-2 процентына тиклем, тик 100 мең һумдан да кәм булмаған күләмдә;

– участканың кадастр хаҡы билдәлән­мәгән осраҡта: граждандарға – 10 меңдән 20 мең һумға, вазифалы кешеләргә – 20 меңдән 50 мең һумға; юридик берәмектәргә – 100 меңдән 200 мең һумға ҡәҙәр;

– торлаҡ йәки башҡа төҙөлөш, баҡса­сылыҡ, йәшелсәселек өсөн билдәләнгән ерҙәрҙән файҙаланмау. Ташландыҡ участкалар сүплектәргә әйләнә, сүп үләндәре янғын хәүефе тыуҙыра, был күрше участканың милекселәренә хәүеф менән янай. Рәсәй Ер кодексының 42-се статьяһында ер милекселәре һәм милексе булмағандар тарафынан ерҙе тейешенсә файҙаланыу талаптары билдәләнә. Әлеге норма нигеҙендә граждандар һәм юридик берәмектәр түбәндәгеләрҙе эшләргә бурыслы:

– ер участкаһын маҡсатлы билдә­ләнештәренә тура килтереп, әйләнә-тирә мөхиткә, шул иҫәптән тәбиғи объект булараҡ, ергә зыян килтермәҫлек ысулдар менән файҙаланырға;

– закон нигеҙендә урынлаштырылған ыҙанлау, геодезия һәм башҡа махсус билдәләрҙе һаҡларға;

– ерҙәрҙе, урмандарҙы, һыу объекттарын һәм башҡа тәбиғи ресурстарҙы һаҡлау буйынса сараларҙы, шул иҫәптән янғын хәүефһеҙлеге сараларын тормошҡа ашырырға;

– ер участкаһын үҙләштереү сроктары шартнамәләр менән ҡаралған осраҡта, ер участкаһынан ваҡытында файҙалана башларға;

– ер өсөн түләүҙәрҙе ваҡытында башҡарырға;

– ер участкаларын файҙаланғанда ҡала төҙөлөшө регламенттары, төҙөлөш, экология, санитария-гигиена, янғынға ҡаршы һәм башҡа ҡағиҙәләр, нормативтар талаптарын үтәргә;

– ерҙәрҙе һәм тупраҡты бысратыуға, бөтөрөүгә, деградациялауға, боҙоуға, юҡ итеүгә, шулай уҡ ергә һәм тупраҡҡа башҡа тиҫкәре йоғонто яһауға юл ҡуймаҫҡа;

– федераль һәм урындағы закондарҙа ҡаралған башҡа талаптарҙы үтәргә.

Әлеге статьяның талаптары боҙолһа, ер участкаһы менән тейешенсә файҙаланмау, йәғни билдәләнгән нормаларҙы боҙоу тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Рәсәй Ер кодексынан тыш, ер участкаһын тейешенсә файҙаланмау төшөнсәһе Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексында ҡаралған. Айырым алғанда, 284-се статьяһында. Әгәр ваҡыты закон менән билдәләнмәгән булһа, ер участкаһы ауыл хужалығы етештереүе, торлаҡ йә иһә башҡа төҙөлөш өсөн тәғәйенләнгән маҡсатта өс йыл дауамында файҙаланылмаған осраҡта милексенән алынырға мөмкин, тип күрһәтелгән.

Торлаҡ йәки башҡа төҙөлөш, баҡсасылыҡ, йәшелсәселек өсөн тәғәйенләнгән ер участкаһын файҙаланмаған өсөн яуаплылыҡ билдәләнгән ваҡыт эсендә бындай ер участкаһын файҙаланыу бурысы үтәлмәгән осраҡта, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 8.8-се статьяһында ҡаралғанса һәм ер участкаһының кадастр хаҡы билдәләнгән осраҡта, граждандарға – ер участкаһының кадастр хаҡының 1-1,5 проценты, әммә 20 мең һумдан да кәм булмаған күләмдә; вазифалы кешеләргә – кадастр хаҡының 1,5-2 проценты, тик 50 мең һумдан да кәм булмаған күләмдә; юридик берәмектәргә кадастр хаҡының 3-5 проценты, әммә 400 мең һумдан да кәм булмаған күләмдә; ә ер участкаһының кадастр хаҡы билдәләнмәгән булһа, граждандарға – 20 меңдән 50 мең һумға, вазифалы кешеләргә – 50 мең һумдан 100 мең һумға, юридик берәмектәргә 400 меңдән 700 мең һумға ҡәҙәр штраф һалыу ҡаралған.

 

Һаҡлыҡ саралары

Ер закондарын боҙған өсөн штрафҡа юлыҡмау өсөн “Росреестр” түбәндәгеләрҙе кәңәш итә:

  1. Ер участкаһына хоҡуҡ билдәләй торған документтарҙың булыуын тикшерегеҙ, улар – һатыу-һатып алыу, бүләк итеү, алмашыу килешеүҙәре. Әгәр участкаға документтар юҡ икән, ер хоҡуғын рәсмиләштерергә һәм “Росреестр”ҙа теркәргә кәрәк.
  2. Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрында (ЕГРН) ер участкаһына хоҡуҡтың теркәлгән булыуын тикшерегеҙ.
  3. Ер участкаһын билдәләгән сиктәрҙә генә файҙаланырға кәрәк, улар тураһында белешмәләр Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрына индерелгән.
  4. Ысынбарлыҡта ҡулланылған майҙандың хоҡуҡ билдәләй торған документта күрһәтелгән майҙандан артмауына инанығыҙ.
  5. Ер участкаһын маҡсатлы билдәләнеше һәм рөхсәт ителгән ҡулланыу төрө нигеҙендә файҙаланығыҙ. Улар тураһында мәғлүмәт Берҙәм дәүләт реестрында күрһәтелгән.

Ер – кешелек донъяһының иң ҙур байлығы. Ул беҙҙе туйындыра, шуға ла уға хөрмәт менән ҡарарға тейешбеҙ. Унан дөрөҫ файҙаланыу беҙҙе закон алдында ғәйепһеҙ итеү менән бер рәттән, намыҫыбыҙҙың сафлығын да күрһәтә. Ата-бабаларыбыҙ уны быуаттар дауамында дошмандан һаҡлаған, уңдырышлы булып ҡалыуына ҙур көс һалған. Был байлыҡты киләсәк быуынға шулай еткереү – изге бурысыбыҙ.

 

-   Динар МӨҒӘЛЛИМОВ, Ерҙән файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы

Читайте нас